Обсерваторҙа 400 вахтасы йәшәй, уларҙың барыһы ла Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтарылған. Уларҙың барыһын да аэропортта ҡаршы алдылар, кәрәкле санитар саралары үткәрҙеләр һәм коронавирусҡа анализ алдылар. ОРВИ симптомы булған бер кешене дауаханаға ебәрҙеләр. Һуңғараҡ COVID-19 сире ике кешелә табылды, уларҙы тиҙ арала дауаханаға алып киттеләр. Шулай уҡ улар менән бәйләнештә булған дүрт кеше лә контроль аҫтында.Вахтасы ирҙәрҙе биш корпусҡа урынлаштырғандар. Һәр бүлмәлә ике-өс кеше. Уңайлы йәшәү өсөн бөтә нәмә бар: айырым санузел һәм душ бүлмәһе, йыһаздар, телевизор, сәйнүктәр.Радий Хәбиров вахтасылар менән аралашты, уларҙың ятҡылыҡтағы эш һәм йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды.