+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2020, 11:50

Заман башҡа — һөнәр башҡа

«Мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты үҙизоляция осоронда яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәргә булышлыҡ итергә ниәтләй.#национальныепроекты#регпроекты

Берҙәм дәүләт имтихандары етеп килә, уҡыусылар киләсәктә ниндәй һөнәргә эйә булырға тип баш ватҡанда, эшһеҙ ултырырға мәжбүр булған кешеләр ҙә башҡа берәй курстар тамамлап, яңы һөнәр үҙләштерергә ҡаршы түгел. Бөгөн ниндәй белгестәр иң кәрәклеһе һуң?
Элеккесә, медиктарға ҡытлыҡ ҙур. Урта медицина персоналы һәр төбәктә кәрәк. Әммә медицина буйынса махсус белем алыу өсөн кәмендә 7 йыл уҡыу талап ителә. Хатта шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереү өсөн дә байтаҡ ваҡытты сарыф итергә кәрәк. Шуға был өлкәне һайлау йәштәргә ҡайтып ҡала.
Айтишниктарға һорау ҙур. Абитуриенттар быны күҙ уңында тотһа була.
Аналитика йүнәлешен һайлаусыларға ла мохтажлыҡ бар.
Вакансиялар йәрминкәһенә күҙ һалғанда иң тәүҙә төҙөүселәр тора. Уларҙы төҙөлөш барған бөтә урындарҙа көтәләр. Ябай төҙөүсенән башлап, геодезистар, инженерҙар, иретеп йәбештереүселәргә тиклем — барыһына ла эш урыны бар.
Читайте нас: