Уҙған аҙнала Тал-Ҡусҡары менән Исҡужа ауылдары араһында Ирәндек буйлап 7 гектар ерҙә 28 мең төп ике йәшлек ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Ағас ултыртыу сараһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә уҙҙы. Изге эшкә Хәлил, Ишҡол, Гусев ауыл биләмәләре халҡы ҡушылды. Бөтәһе 60 кеше ҡатнашты.