Башҡортостанда был ярҙамды 700 меңдән ашыу бала аласаҡ. Бының өсөн ете миллиард һум бүленә. Был түләүҙе алыр өсөн килем һәм башҡа күрһәткестәр иғтибарға алынмай, ярҙам һәр балаға күрһәтеләсәк.
- В. Путиндың һуңғы мөрәжәғәтен ҡыуанып тыңланыҡ. Ишле ғаиләнең сығымдары ла күп. Беҙ биш бала тәрбиәләйбеҙ. Пандемия ғаилә ҡаҙнаһына һиҙелерлек йоғонто яһаны, иремдең дә, үҙемдең дә эш хаҡтарыбыҙ кәмене. Ә кредиттар, коммуналь түләмдәр шул уҡ, күмәк кешегә аҙыҡ-түлеккә лә аҡса күп китә. Президенттың бынан алда 3 йәшкә тиклемге балаларға апрелдән-июнгәсә тәғәйенләгән айына 5 мең һумды алыуҙы ла ҙур ярҙам итеп ҡабул иткәйнек. Һуңғы мөрәжәғәттә әйтелгән 3-тән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн түләмде, 16 йәшен тултырған өлкән ҡыҙыбыҙҙан тыш, тағы ла өс балабыҙға аласаҡбыҙ. Ғаиләне көрсөккә терәлеүҙән яҡлауҙары өсөн хөкүмәтебеҙгә, ил етәкселегенә рәхмәт, - ти Салауат ауылынан күп балалы әсә, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, хоспис хеҙмәткәре Айһылыу Ғөбәйҙуллина.
Балаға 10 мең һум күләмендә түләм алыуҙың ете шарты:
Йәш сикләүе – 3-тән 16 йәшкә тиклем (2020 йылдың 1 июленә тиклем 16 йәше тулғандар ҙа) Түләм күләме – 10000 һум. Ата-әсәләр һәм балалар – РФ граждандары. Ғаризаны 12 майҙан 1 октябргә тиклем бирергә мөмкин. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә була. Төп документ – ғариза, башҡа белешмәләр кәрәкмәй! Түләмдәр 1 июндән башҡарыла башлай.