+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2020, 10:05

Битлек кеймәһәң нимә көтә?

Битлек режимын боҙғандарға штраф янай. Дәүләт Думаһы депутаттары шулай ҡарар итте.

Штрафтар түбәндәгесә: граждандарға 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта, 3-5 мең һум тәшкил итәсәк. Вазифалы кешеләр өсөн – 5 - 15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта 15 – 30 мең һум). Юридик шәхестәр өсөн 50 – 100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Граждандарға ҡарата иҫкәртеү ҡулланылыуы ихтимал.
Документ ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Башлығына йүнәлтелде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 12 майҙан республикала үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе йомшартылды, шул уҡ ваҡытта битлек режимы ҡатыраҡ буласаҡ. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәләр кейеп йөрөү - мотлаҡ талап.
"Ил һәм республика яйлап ҡына үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сыға. Йәмәғәт урындарында, хеҙмәт коллективтарында кешеләр һаны артҡандан-арта бара. Хәҙер иҫкәртеү сараларын бик ҡәтғи үтәргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талаптарға ҡайһы берҙәр иғтибар итмәй. Бындай сараларға яҡшы тормоштан бармайбыҙ бит. Кешеләр ғүмере һәм һаулығы тураһында һүҙ бара", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Читайте нас: