+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2020, 16:15

Автобустарҙа хәүефһеҙлек саралары күрелә

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы транспортта битлек кейеү режимын күҙәтергә саҡыра.

12 майҙан автобустарҙың маршруттар буйынса эшләү оҙайлылығы элекке режимға ҡайтарылған. Автобустарға көнөнә ике тапҡыр санитар эшкәртеү үткәрелә. Бының өсөн 1905 килограмм Б хлорамины, 2386 литр ағартҡыс, 240 литр этоксамин, һаҡланыу өсөн 2765 пар нитрил һәм винил бирсәткәләр һәм бер тапҡыр кейеү өсөн тәғәйенләнгән 170400 дана битлек һатып алынған. Вахта ысулы менән икенсе төбәктәрҙә эшләп ҡайтҡан граждандарҙы хеҙмәтләндергән экипаждар өсөн 150 пар комбинезон һәм 200 күҙлек бар.
Рейстарҙы хеҙмәтләндергән водителдәр, кондукторҙар өсөн медицина битлектәре, бирсәткәләр көн һайын бирелә. Улар шулай улар антисептик менән тәьмин ителгән. Бының өсөн предприятие 3020 антисептик алынған.
Бөтә автобустарҙа ла пассажирҙарҙа шәхси һаҡланыу сараларының мотлаҡ булырға тейешлеге хаҡында мәғлүмәттәр эленгән. Өҫтәүенә салондарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә вирустан ҡурсаланыу кәрәклеге хаҡында хәбәр ителә.
“Башавтотранс” предприятиеһы етәкселеге автобустарҙа пассажирҙарға битлек режимын күҙәтеү, медицина бирсәткәләрен кейеү кәрәклеге хаҡында аңлатыу эше алып бара. Әгәр пассажир үҙендә битлек юҡлығы хаҡында белдерә икән, уға кондуктор бирәсәк. Шулай итеп, бөгөнгә тиклем пассажирҙарға 57000 дана һаҡланыу сараһы тапшырылған. Әле автобустарҙа урынлаштырыу өсөн антисептик шыйыҡсаһы булған дозаторҙар һатып алына.
Читайте нас: