+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2020, 17:55

“Хәҙерге ваҡытта һәр төрлө ярҙам да ҙур әһәмиәткә эйә”

РФ Президенты В. В. Путиндың 11 майҙағы мөрәжәғәтендә иғлан ителгән балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы һөйөнөслө яңылыҡ буйынса фекере менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, “Халыҡ контроле” проектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡооролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина уртаҡлашты.

РФ Президенты В. В. Путиндың 11 майҙағы мөрәжәғәтендә иғлан ителгән балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы һөйөнөслө яңылыҡ буйынса фекере менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, “Халыҡ контроле” проектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡооролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина уртаҡлашты:
- Ил Президенты тарафынан индерелгән яңы ярҙам формалары системалы характер йөрөтә һәм зыян күргән социаль төркөмдәргә йүнәлтелгән. Бигерәк тә медицина хеҙмәткәрҙәренә, эшҡыуарҙарға, бәләкәй һәм урта бизнесҡа.
Шулай уҡ балаларға ярҙам буйынса социаль пакет булдырылды. Шуныһы мөһим, финанс ярҙам төрлө йәштәге балалары булған ата-әсәләргә күрһәтелә. Хәҙер өҫтәмә аҡсалата ярҙамға мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ата-әсәләр генә түгел, өлкәнерәк балалары булған ғаиләләр ҙә хоҡуҡлы. Түләмдәр ҙур түгел, әммә 3-тән 15 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә лә тәғәйенләнеүе менән мөһим. Хәҙерге ваҡытта һәр төрлө ярҙам да ҙур әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: