Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-Ток” шоуында сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе үҙ аллы ҡурсаланыу режимы йомшартылып, халыҡҡа урамда йөрөү мөмкинлеге бирелеүе, тик битлек кейеү мотлаҡ булыуы хаҡында һөйләне.
– Изоляция, карантин саралары беҙгә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ваҡыт бирҙе. Медицина учреждениеларын әҙерләнек. Әле сирлеләргә өс меңдән ашыу урын бар, һәм был фондтың 32 проценты ғына файҙаланыла. Тағы 70 проценты ауыр хәлдәге сирлеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Ике аҙнанан, 27 майҙа, беҙ тағы 500 урынлыҡ инфекция үҙәген сафҡа индерәсәкбеҙ. Госпиталь тиҙ арала төҙөлдө, ул тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған: компьютер томографияһынан башлап үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тиклем бар.