+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 11:45

Ғаилә ул — бәхет, хыял һәм мөхәббәт

Ғаилә һәр кем өсөн иң ҡәҙерле, яҡын төшөнсә. Ер йөҙөндә кешелеклек яралғандан алып, ир һәм ҡатын бер бөтөн булып, үҙенең ғаиләһен ҡороп йәшәй. Бәләкәй генә ҡәүем йәки дәүләттең үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәр ғаилә бәхетле булыу өсөн тырыша.

Ғаилә һәр кем өсөн иң ҡәҙерле, яҡын төшөнсә. Ер йөҙөндә кешелеклек яралғандан алып, ир һәм ҡатын бер бөтөн булып, үҙенең ғаиләһен ҡороп йәшәй. Бәләкәй генә ҡәүем йәки дәүләттең үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәр ғаилә бәхетле булыу өсөн тырыша.

Оло Ғәбдин ауылынан Таһир менән Рита Хөснуллиндарҙың ғаилә бәхетенә күҙ генә теймәһен. Уңған, эшһөйәр йәштәр сынъяһау итеп донъя ҡорорға ла, биш балаға атай менән әсәй булырға ла өлгөргән. — Мин ике балалы ғаиләлә үҫтем һәм ағайҙары-апайҙары булған тиҫтерҙәремә көнләшеп ҡарай инем. Улар йорт эштәрен дә бергәләп башҡаралар, уйнаһалар ҙа бүтәндәр кәрәкмәй, бер-береһен яҡлап-ҡурсалап ҡына йөрөйҙәр. Шуға үҙемдең ғаиләмдә балалар күп булһын тип хыялландым. Был теләгемде әсәйемдең ғаиләң ҙур булыр, бигерәк мул ҡуллыһың тип әйтеүе нығытты, — ти Рита Ғаяз ҡыҙы.

Хоҙайҙың «амин» тигән сағына тура килгәнме, әллә яҙмыш ҡушыуымы — ҡыҙҙың изге ниәте тормошҡа ашҡан. Хөснуллиндар ғаиләһе тарихының тәүге битенә күҙ һалайыҡ...

Рита 11-се класты Байым урта мәктәбендә тамамлай, сөнки тыуған ауылы Рәхмәттә ул мәлдә яңы белем усағы төҙөлмәгән була. Таһир туғыҙҙан һуң Магнитогорск ҡалаһында училищела уҡып йөрөй. Мәктәбен һағынып, Байымға килгәнендә буласаҡ яҙмышын — Ританы осрата. Һөйкөмлө, сибәр ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була. Тыныс, аҡыллы егет тә Ританың йөрәген тиҙ яулай. Улар дуҫлаша башлай, ҡыҙ Таһирҙы әрме хеҙмәтенә оҙата. Был ваҡытта ул Белорет металлургия колледжында юридик белем ала. Тәүге һөнәре буйынса элемтәсе булһа ла, тормошҡа төплө ҡарашлы Таһир белемдең артыҡ булмаҫын аңлап, ошонда уҡырға инә. Һәм һөйгәненә ғүмер юлын бергә уҙырға тигән тәҡдим яһай. 2007 йылда Хөснуллиндар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Ике яҡтың ата-әсәһе бик тырышып, йәштәргә ҙурҙан туй уҙғаралар. Яҡындарының туйҙа әйтелгән теләктәрен аҡлап, бик матур итеп тормош башлайҙар. Ғаилә башлығының тыуған ауылы — Оло Ғәбдиндә нигеҙ ҡоралар. Йорт һалыу уйын эш түгел, йәштәр бөтә тапҡан-таянғанын яңы өйгә өйөп торһа ла, төҙөлөштөң осона сыҡҡансы бер нисә йыл үтеп китә.

Ул арала ғаилә ишәйә. Түңәрәк бәхеттәрен арттырып, улдары Тимур донъяға килә. Тағы дүрт йылдан ҡыҙҙары Руфина тыуа. Икенсе бала өсөн бирелгән әсәлек капиталы донъяларын йүнләүгә ярап ҡала. Йүнсел ғаилә дәүләт ярҙамының артыҡ булмаҫын аңлап, өйләнешкәс тә «Йәш ғаилә» программаһы буйынса тор-лаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торған. 2016 йылда Хөснуллиндар миллион һумға яҡын сертификат алып ҡыуана. Ул мәлгә бәпестәре өсәү булып киткән йәш атай менән әсәй өйҙө ҙурайтырға кәрәк ти-гән хыялдарын тормошҡа ашыра башлай. Әлеге йорттарына төкөтмә һуғырға киле-шәләр. Дәүләт ярҙамы менән, үҙҙәренең тырышлыҡтарын ҡушып, бөтә уңайлыҡ-тары, балаларға айырым бүлмәләр булған яҡты, күркәм өй төҙөйҙәр. Хөснуллиндар тағы ике сабыйға ғүмер биреп, биш балалы ғаиләгә әүерелә.

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тиеү-ҙәре хаҡтыр. Күп балалы ғаиләләргә би-релгән иғтибар-ярҙам өсөн бик рәхмәтле улар. Әле бына йорттарына газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат алғандар. Быйыл йәй шуны файҙаланып ҡуймаҡ-сылар.

Шулай тиһәң дә, «беҙ күп балалы ғаилә» тип дәүләт елкәһендә ултырмай Хөснуллиндар. Дәртләнеп донъяларын бөтәйтәләр, мал тоталар. Таһир Ғайҙәр улы Ташбулат станцияһында тимер юлында эшләй. Рита Ғаяз ҡыҙы өйҙә, балалар менән мәж килә. Өҫтәлдә —үҙҙәренең баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләк, салат-ҡайнатмалар, хужалыҡтарынан ҡаймаҡ-эремсек, йомортҡа. Йәй һайын ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Хужабикә аш-һыуға бик оҫта, ҡамыр ризыҡтарын төрлөләндереп бешерә. Йәй осоро еләк, бәшмәк менән дә кәсеп итәләр.

Хөснуллиндарҙың иң ҙур байлығы — балалары. Иң өлкәндәре Тимур — Байым урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы. Руфинаға ете йәш, быйыл беренсе класҡа барасаҡ. Софияға биш йәш, Тамерланға йәш ярым һәм иң бәләкәйҙәре Таисияға биш ай ғына. Тимур яҡшы уҡый, спортҡа әүәҫ. Руфина менән София һүрәт төшөрөргә яраталар. Йәш атай менән әсәйҙе ауылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы юҡлығы борсой.

— Автобус ташый ҙа ул, тик бәләкәй балаларҙы сығарып ебәреү хәүефле кеүек. Ауылда уҡыһалар, беҙгә тынысыраҡ булыр ине, — тиҙәр улар. — Балалар баҡсаһына ла Байымға йөрөтөргә кәрәк, әлегә ундай мөмкинлек юҡ.

Рита Ғаяз ҡыҙы күп балалы әсә һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та, был мәсьәләне төрлө кимәлдә күтәреп ҡараған. Тик ҡасандыр балалар һаны аҙ булыуға һылтанып ябылған белем усағын асыу мөмкин түгел, тигән яуап булған. Хәҙер ауылда балалар ҙа күбәйгән, элекке мәктәп бинаһы буш тора. Һәйбәт торошта, газ үткән.

— Яртыһы башланғыс мәктәп, яртыһы балалар баҡсаһы булһа тип хыялланабыҙ ауыл халҡы менән. Мәктәп бит ауылдың йөҙө. Белем усағы булмағас, ауылда йәштәр ҡалмай, ҡырға китә, — ти Хөснуллиндар. — Беҙҙә ФАП-та, клуб та юҡ. Исмаһам, мәктәп менән баҡса асылһын ине. Ярай әле, быйыл ҡыш хоккей майҙансығы эшләнеләр. Балалар спорт менән шөғөлләнер, исмаһам.

Әйткәндәй, коронавирус арҡаһында мәктәптәр дистанциялы уҡыуға күскәс, Ғәбдин уҡыусыларына еңелдән булмаған. Ауылда бер нисә йортҡа ғына интернет уҙған. Ҡайҙа мөрәжәғәт итһәләр ҙә, был проблема ыңғай хәл ителмәгән.

Татыу ғаилә атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә ярҙамын, хәстәрен тойоп йәшәй. Ританың әсәһе менән атаһы Фәриҙә менән Ғаяз Хажиндар, Таһирҙың әсәһе менән атаһы Тәнзилә менән Ғайҙәр Хөснуллиндар уларҙың төп терәк-таянысы. Балаларын да ҡарашалар, ярҙамдан да өҙмәйҙәр.

— Беҙҙең ғаиләлә ололарҙы ихтирам итеү, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу мотлаҡ һанала. Бөтәбеҙ бергә ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ. Күрше-тирәлә лә туғандар, бөтәбеҙ ҙә татыу, берҙәм, — тиҙәр Хөснуллиндар. — Балаларҙың тыуған көндәрен, байрамдарҙы бергә уҙғарабыҙ.

— Береһенән-береһе бәләкәй балалар менән ҡыйынға тура килмәйме? Барыһына ла нисек өлгөрәһең? — тием Ритаға.

— Иремә рәхмәтлемен. Ул эштән арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, балаларҙы ҡараша, сабыйҙар төнөн уянһа ла, миңә ярҙамлаша. Һәр саҡ уның ышаныслы иңен тоям. Шуға тормош иптәшемдән бик уңдым, — ти бәхетле йылмайып, Рита Ғаяз ҡыҙы.

Таһир Ғайҙәр улы ла кәләшен маҡтамайынса түҙә алманы:

— Ғүмер юлдашым тап шундай булғанға яҙмышыма рәхмәтлемен. Ғаилә минең өсөн ҡәлғә, яҡындарым етеш, матур йәшәһен өсөн тырышасаҡмын. Ританың балаларыбыҙға наҙлы, хәстәрлекле әсә, оҫта, алтын ҡуллы, уңған хужабикә булыуына һоҡланам.

Хөснуллиндар киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

— Ата-әсә булараҡ төп маҡсатыбыҙ — балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләү, белем биреү. Ә бының өсөн аҡсаһыҙ булмай. Ауыл ерендә эш юҡ, шуға үҙебеҙҙең көскә, тырышлыҡҡа ышанырға ҡала, — тине ғаилә башлығы. — Малды ишәйтергә, хәлдән килһә берәй крәҫтиән-фермер хужалығы асып ебәрергә тигән ниәт бар.

Ғаиләһе, балалары өсөн йән атҡан Таһир менән Рита Хөснуллиндарҙың бөтә уй-хыялдары тормошҡа ашасағына ышаныс бар. Яңы утыҙҙы үтһәләр ҙә тормошҡа айыҡ аҡыл менән баҡҡан, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған йәш пар һоҡланыу һәм ихтирамға лайыҡ. Бер-береһе өсөн генә яралған ир менән ҡатындың ғаилә тормошо артабан да ошолай бәхетле дауам итһен, мөхәббәт емештәре — балалары тик ҡыуаныстар килтерһен.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: