+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 16:25

“Мөһим һәм бик ваҡытлы ҡарар”

Ил Президенты В. В. Путиндың балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары буйынса фекер алышыуҙы дауам итәбеҙ.

Рәзинә Әғзәмова: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Әбйәлил районы бүлексәһе башҡарма комитеты секретары:
Пандемияға бәйле бихисап предприятиеларҙың, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарының эшмәкәрлеген сикләү арҡаһында күп ғаиләләр ауыр тормош хәлендә ҡалды. Эпидемиологик хәл-торош бигерәк тә эш урындары менән быға тиклем дә көсөргәнеш булған ауыл халҡын билдәһеҙлеккә этәрҙе. Сөнки ғаиләне туйындырыусы, матди яҡтан тәьмин итеүсе, башлыса ҡырҙа вахта ысулы менән эшләүсе атайҙар эшһеҙ ҡалды. Ошо мәлдә РФ Президенты В. В. Путиндың балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы Указы бик ваҡытлы һәм мөһим ҡарар булды. Балалары мәктәп тамамлап, уҡырға инеү алдында торған ғаиләләр өсөн был айырыуса ҙур ярҙам.
Читайте нас: