Тәҡдим ителгән сараларҙы бизнес өсөн мөһим тип респонденттарҙың 66 проценты һанай. Уларың 73 проценты дәүләт башлығы пандемия арҡаһында китеп тыуған мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итергә ынтыла тип белдерә.
Граждандарҙың өстән ике өлөшө (67 процент) Рәсәйҙәге хәл Президент контролендә тип ышана. Шунса уҡ халыҡ Владимир Путин кешеләрҙең проблемаларын аңлай тигән фекерҙә.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 75 проценты дәүләт башлығының мөрәжәғәте үҙендә ниндәй тәьҫир ҡалдырыуын таный. Шундай уҡ һанда респонденттар Президент сығышының йөкмәткеһе менән ҡәнәғәт.
16 йәшкә тиклемге балаларға 10 мең һум (һорау алыусыларҙын 91 проценты), эшләмәүселәр өсөн бала ҡарау буйынса минималь пособиены ике тапҡырға арттырыу (93 процент) , апрель-июндә өс йәшкә тиклемге балаларға 5-әр мең һум (92 процент), ете йәшкә ҡәҙәр балалары булған мохтаж ғаиләләргә субсидия (91 процент) биреүҙе күп рәсәйлеләр ыңғай баһалаған.