+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2020, 11:40

Йыр-моңға ғашиҡ Тулыбаевтар

Район үҙәгендә төпләнгән йәш ғаилә — Тулыбаевтарҙың күркәм тормошон да күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Һәр ғаиләнең үҙенә генә хас шатлығы, ғәҙәткә һалынған йолалары бар. Уларҙы бер епкә төйнәп, балалар менән уртаҡ итеп, һәр тыуған көнгә ҡыуанып, киләсәккә өмөт менән сабыр итеп йәшәй белеү ҙә аҡыл талап итә.

Район үҙәгендә төпләнгән йәш ғаилә — Тулыбаевтарҙың күркәм тормошон да күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Тәпән ауылы һылыуы Зәлиә менән Бөрйән районы егете Айгиз Сибайҙағы сәнғәт колледжында белем алғанда танышып, дуҫлаша. Икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ йәштәрҙең — Айгиз рәссам һөнәрен үҙләштерә, ә Зәлиә баян уйнау серҙәренә төшөнә, бейей, йырлай — уй-маҡсаттары бергә үрелә. Ғүмер юлын бергә үтергә вәғәҙә биреп, никахлашалар. Ғаиләле булып китеүҙәре уҡыуҙарын тамамлауға ҡамасау булмай, тиҙҙән мөхәббәт емештәре — улдары Арыҫланды алып ҡайталар. Шулай итеп, күҙ асып йомғансы, имтихандар тамамланып, диплом алыр мәл дә етә.

Артабан йәш белгестәр Асҡарҙа йәшәргә ҡарар итә. Үҙ көстәре менән йорт һалып сығалар, донъяһын төҙөкләндерәләр. Быға ғаилә башлығы Айгиздең ҡул эштәре оҫтаһы булыуы булышлыҡ итә — ул бураны ла үҙе бурай, ағастан семәрле тәҙрә ҡапҡастары, ишектәр, сувенирҙар ҙа яһай, ә һүрәттәре һәр кемде һоҡландыра. Икенсегә атай менән әсәй булыу бәхетен кисерәләр, тормоштарына биҙәк булып ҡыҙҙары Азалия тыуа. Йәш хужабикә тегергә, бәйләргә, аш-һыу яраштырырға ярата, яҙ етһә баҡсанан сығышмай. Әле ҡатын өсөнсө бәпесе Айзалина менән декрет ялында ултыра. Өлкәне Арыҫлан Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыһа, Азалия «Миләш» балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар ҙа ата-әсәһенә оҡшап, ижади күңелле, йыр-моң ярата, башҡортса шиғырҙар һөйләй, конкурстарҙан ситтә ҡалмай.

— Үҙем өйҙә булғас, Арыҫлан менән икәүләп дәрес уҡыйбыҙ, уларҙы өй эштәренә лә йәлеп итергә тырышабыҙ — өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн. Балаларыбыҙҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы, фәһемле үтһен тигән маҡсат менән йәшәйбеҙ.

Йәйгеһен Тулыбаевтар емеш-еләк, шифалы үләндәр йыйырға ла өлгөрә. Киләсәктә бәлки, үҙ эшебеҙҙе асып ебәрербеҙ, тип хыялдары менән дә уртаҡлашты Зәлиә менән Айгиз. Дәртле, маҡсатлы ғаиләнең яҡты пландары тормошҡа ашһын, балалары ла үҙҙәре кеүек эшһөйәр, һәләтле булып үҫһен тип теләргә ҡала.

Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: