Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған мәсьәләләр ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арналды.
Кәңәшмәлә һыйыр малы, йылҡы үрсетеү һәм умартасылыҡты үҫтереү буйынса ете проект ҡаралды. Инвесторҙарҙың барыһы ла техника һатып алыу, етештереүҙе киңәйтеү маҡсатында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ауыл ерендә яңы эш урындарын булдырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото Белорет хакимиәте сайтынан.