+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2020, 10:25

Путин кәңәшмә үткәрҙе

Ил башлығы коронавирус пандемияһы шарттарында күрһәтелгән ярҙам саралары буйынса төбәк етәкселәре менән һөйләште. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам күрһәтеү буйынса әлегә тиклем күрелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Президент коронавирус сире таралыуы шарттарында мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен, медицина белгестәренә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә, балалы ғаиләләргә, предприятиеларға, бизнесҡа ярҙам итеүгә федераль ҡаҙнанан бик күп аҡса бүленеүен телгә алды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар власть органдары эшенең һөҙөмтәлелеген тикшерҙе, кешеләргә һәм аныҡ ойошмаларға ярҙамдың йылдам барып етеү-етмәүе хаҡында фекер алышты.
Читайте нас: