+17 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
22 Мая 2020, 06:05
“Алға” картаһы менән иҫәпләшеү отошло
“Алға” транспорт картаһын файҙаланыу хәҙер тағы ла уңайлыраҡ. Республикала уны тулыландырыу селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостандағы Qiwi селтәренең 2577 түләү терминалында (шуларҙың 851-е – Өфөлә) картаны ҡулаҡса менән комиссияһыҙ тулыландырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн терминалдағы “Транспорт карталары” менюһында “Алға”ны һайларға, уның номерын яҙып, аҡсаны һалырға кәрәк. Әйткәндәй, картаға аҡса реаль ваҡыт режимында күсә. Терминал аша картаны тулыландырыу иң хәүефһеҙ алым булып тора.
“Алға”ға аҡсаны интернет аша ла һалыу бик уңайлы. Хәҙер бындай хеҙмәт Qiwi.com сайтында ла бар. Унда ла комиссия алынмай.
Транспортта юл хаҡын “Алға” ярҙамында түләү - иң отошло һәм хәүефһеҙ ысул. Бөтә республика буйынса автобустар, троллейбустар, трамвайҙарҙа, шулай уҡ шәхси предприятиеларҙың маршрут таксиҙарында “Алға” менән иҫәпләшергә мөмкин.
Ентеклерәк мәғлүмәтте
algacard.ru
сайтында йәки 8 (917) 347-88-00 телефоны аша алырға була.
Әле Башҡортостанда 302223 “Алға” берҙәм транспорт картаһы һатылған.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"