+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 12:04

Китапхана — рухи байлыҡ донъяһы

27 май — Бөтә Рәсәй Китапханалар көнө.

1995 йылдың 27 майында Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн билдәләү тураһындағы Указ ҡабул ителде. Был көн, бер үк ваҡытта һөнәри байрам иҫәбенә индерелеп, илебеҙҙең китапханасылары хеҙмәтенә хөрмәт һәм ихтирам өлгөһө булып тора.

Китаптар беҙгә донъяны танып-белергә өйрәтә, асылмаҫтай тойолған серҙәрҙе аса. Эйе, яҡшы иптәшкә, зирәк аҡыллы кәңәшсегә, өнһөҙ уҡытыусыға, тәрбиәсегә, тоғро дуҫҡа тиң ул һәйбәт китап. Тик дуҫбыҙмы һуң китап менән? Әллә китап уҡыуҙы заманса технологиялар — телефон, компьютер, телевизор ҡыҫырыҡлаймы? Был дуҫлыҡтың ныҡлы булыуында китапханаларҙың роле ниндәй? Әлбиттә, ҙур. Быға мин Ишҡол ауылында булғандан һуң инандым.

— Халыҡ беҙгә ҙур теләк менән йөрөй. Төрлө йәштәге уҡыусыларыбыҙ күп. Үҫмерҙәрҙең әҙәбиәткә ынтылышын күреү күңелде йыуата, сөнки йәш быуындың эске донъяһы, идеалдары китаптар йоғонтоһонда яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Уҡыусылар мәктәп программаһында ҡаралған әҫәрҙәрҙең барыһын да уҡый. Бынан тыш, һуғыш тураһында, фантастика уҡырға яратҡандар ҙа бар. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре китапхана юлына саң ҡундырмай. Айырыуса яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың яңы нәшер ителгән китаптарын алалар, — ти китапхана мөдире Р. Ш. Ирғәлина.

Райондың тәжрибәле китапханасыларының береһе һаналған Руфина Шакирйән ҡыҙы китап уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға өлгәшкәнгә лә халыҡ китапханаға юлды онотмай, минеңсә.

Р. Ш. Ирғәлинаның был китап йортонда эшләүенә өс тиҫтә йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Ишҡол ауылында тыуып үҫкән Руфина, урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. Диплом алғас, Әбйәлилгә эшкә ҡайта. Был тотош илдә үҙгәрештәр башланған осорға тура килгәнлектән, эш табып булмай. Бәхетенә күрә, Рауил ауыл Советын шул саҡта етәкләгән Р. М. Мәхмүтов буш торған китапханасы вазифаһын тәҡдим итә.

«Бер йыл ғына эшләрмен дә, алған белемем буйынса китермен», — тип, ваҡытлыса килгән Руфина өсөн китапханасы ғүмерлек һөнәргә әйләнә. Китап донъяһы бөтә булмышын солғап алғас, Руфина Шакирйән ҡыҙы ситтән тороп, был һөнәр буйынса икенсе юғары белем дә ала.

Китапхананың фонды бик бай: ыҡсым кәштәләрҙә 25 меңдән ашыу китап тупланған.

— Бынан тыш ваҡытлы матбуғат баҫмаларын күп алдырабыҙ, — тип һөйләй китапханасы.

Хәҙер китапханалар китап биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эшмәкәрлек даирәһе киң. Китаптарҙы уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыуҙың яңы алымдарын эҙләйҙәр, төрлө формалағы һәм йүнәлештәге саралар даими ойошторола. Руфина Ирғәлина «Бәйләнештә» селтәрендә «Ишҡол ауыл китапханаһы» төркөмөн алып бара. Шул төркөмдәге яңылыҡ-хәбәрҙәрҙән генә сығып та, китапханасының ни тиклем уңышлы, әүҙем эшләүен тойомларға була. Әлдән-әле төрлө әҙәби кисәләр, билдәле ҡәләм оҫталары менән осрашыуҙар үткәрелә. Балалар үҙ ерлегендәге яҙыусы-шағирҙарҙы белеп үҫһен тигән маҡсаттан сығып, яҡташ ижадсылар китапханала йыш ҡунаҡ. Китап һөйөүселәр ижади бәйгеләрҙә, тематик байрамдарға арналған түңәрәктәрҙә һәм башҡа төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Һуңғыларҙан уҡыусылар араһында экстремизм һәм терроризмды профилактикалау маҡсатында «Ислам нигеҙе — әхлаҡ», «Күңелемдә иман нуры бар» тип исемләнгән әхлаҡи дәрестәр, полиция вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелгән. Билдәле шәхестәрҙең хәтер кисәләре даими ойошторола. Ауыл хужалығы эшсәндәрен данлаған «Хеҙмәтенә күрә хөрмәте», «Йәшәү бәхете — намыҫлы хеҙмәт» кеүек сараларҙа ябай хеҙмәт кешеләре, заманында районда, республикала алдынғылар иҫәбендә булған яҡташтары менән осрашыуҙар ауылдың йәш быуыны хәтерендә мәңгелеккә ҡалыр.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы уңайынан бик күп ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар әҙерләнә. Ишҡолдар район китапханалары араһында «Мәңгелек дан — мәңгелек хәтер» исеме аҫтында хәтер эстафетаһын ойоштороп ебәреүсе лә. Был акция-конкурсҡа хаттар тотош район халҡынан әле булһа килеүен дауам итә: Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары хаҡында ҡыҙыҡлы, һағышлы бик күп йылы иҫтәлектәр донъя күрҙе интернет селтәрендә. Шулай уҡ шиғри күңелле әбйәлилдәрҙең йәше-ҡарты Ишҡол китапханаһы тарафынан ойошторолған «Һуғыш тураһында уҡылған шиғыр — Бөйөк Еңеүгә һинең өлөшөң» исемле виртуаль конкурста әүҙем ҡатнашты.

Календарҙағы бер иҫтәлекле көн дә, мөһим, көнүҙәк ваҡиғалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай, һәр көндө билдәләп, темаға ярашлы урындағы мәғлүмәт-яңылыҡтарҙы ҡуйып бара Руфина Ирғәлина төркөмгә. Шуныһы мөһим: эшендәге бындай алым төрө өҫтән төшөрөлгән күрһәтмә буйынса түгел, ә заман талабы, уҡыусылар ихтыяжынан сығып ҡулланыла.

Йәмәғәтселектең рухи талабын, күңел ынтылышын китапханасынан яҡшыраҡ белгән кемделер табыуы ҡыйын. Китапханалар ошо изге, яҡты бурысты үтәп килә. Уларҙы белем усағын һүндермәй тотоусылар, тарих менән бәйләүселәр тип атарға мөмкин.

— Китапханалар китаптарҙы һаҡлау урыны ғына түгел, ә уҡырға яратыусылар өсөн асыштар донъяһы ла булғанда ғына унан кеше өҙөлмәйәсәк, — тигән фекерҙә геройым. — Бөгөн кешеләр китап алыуға ҡарағанда кисә-осрашыуҙарҙы хуп күрә. Шуға ауыл Советы хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмалары, ағинәйҙәр ҡоро һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә төрлө сараларҙы әҙерләп-үткәреү эшен дә йәнләндерҙек. Әлбиттә, урта мәктәп һәм балалар баҡсаһы ла — китапхананың тоғро дуҫтары.

Хеҙмәт юлын башлаған мәлдәрҙә китапханасы эшенең нескәлектәренә өйрәткән, кәңәштәренән ҡалдырмаған үҙ эшенең оҫталары, хәҙер хаҡлы ялда булған коллегалары Фәниә Исрафилова, Роза Таһирова, Сания Мусина, Зөһрә Вәлиева, Сәкинә Рамазанова, Зифа Сабитовалар хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлай Руфина Шакирйән ҡыҙы.

Бөгөн инде Р. Ш. Ирғәлина үҙе бай тәжрибә туплаған китапханасы. Был хаҡта район, республика кимәлендә үткән һөнәри бәйге-конкурстарҙа яулаған призлы урындары дәлилләй. Намыҫлы, оҙайлы хеҙмәте өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары ла ошо хаҡта һөйләй.

Руфина Шакирйән ҡыҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының Ишҡол бүлексәһе етәксеһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша, һайлау кампаниялары осоронда алмаштырғыһыҙ агитатор ҙа. Һайлау комиссияһына етәкселек иткән осорҙар ҙа булған. Бер нисә йыл рәттән Рауил ауыл Советына депутат итеп һайланып, ауылдаштары мәнфәғәтендә күп кенә файҙалы эштәр башҡарған.

Улы өсөн хәстәрлекле әсәй ҙә ул. Ишҡол урта мәктәбендә уҡыған Азамат тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, уның район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурс-олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы әсә өсөн ғорурлыҡ. Район йәш техниктар станцияһында шөғөлләнгән Азамат балаларҙың техник ижады буйынса «ХХI быуат лабораторияһы» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында электроника йүнәлеше буйынса беренсе урын яулап, «Орленок» лагерына юллама менән бүләкләнгән. Авиамодель спорты буйынса ла республика ярыштарында еңеүҙәре күп.

Тыуған нигеҙҙә 92 йәшлек әсәһе менән ғүмер иткән алсаҡ, аш-һыуға оҫта Руфина бөтә туғандарын-яҡындарын һәр саҡ асыҡ күңел, өҫтәл тулы һый-хөрмәт менән ҡаршы алып, оҙатыусы ла. Шуға ла улар йортонан кеше өҙөлмәй...

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: