Был аҡсаны ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан – 9804 һумдан – түбән булғандар аласаҡ тип планлаштырыла. Түләүҙең күләме 4894 һум тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, республика ҡануниәтенә ярашлы, ата-әсә эшләмәһә, был түләүҙәрҙе алып булмай. Тик хеҙмәт баҙарындағы әлеге көсөргәнешле хәлгә бәйле, ул әлеге талапты эшһеҙ ҡалған кешеләргә ҡарата ҡулланмаҫҡа тәҡдим итте. Был түләүҙең 88 проценты федераль бюджеттан алына.
"Үҙгәрештәр әҙерләгеҙ, ҡарарбыҙ. Был – бик дөрөҫ ҡарар, сөнки күптәрҙең әлеге хәле был талаптарға тура килмәҫ ине", – тине ул.