+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 09:05

Путин парад көнөн билдәләне!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Еңеү парадының Мәскәүҙә 24 июндә үтәсәге хаҡында белдерҙе.

"24 июндә үткәрәбеҙ – 1945 йылда ошо көндә Мәскәү янында һуғышҡан, Ленинградты һаҡлаған, Сталинград өсөн алышҡан, Европаны азат иткән, Берлинды алған яугирҙәр Ҡыҙыл майҙандан үткән, был легендар еңеүселәр парады булған", – тине Владимир Путин Сергей Шойгу менән эш осрашыуынан һуң.
Президент парадҡа әҙерлек һәм уны үткәреү барышында хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәүҙе тәьмин итергә ҡушты.
Әлегә сарала тамашасылар ҡатнашыуы тураһында һүҙ булманы. Шулай ҙа Ҡаҙағстан, Молдова, Палестина илдәре етәкселәре Еңеү парадына килергә теләк белдергән.
Был сарала хәүефһеҙлек сараһын күреү һәм күҙәтеү мөмкин, ә “Үлемһеҙ полк” маршын ойоштороуҙа арауыҡ тотоп булмай.
“Шулай ҙа парадтан һуң “Үлемһеҙ полк” маршын үткәрергә тәҡдим итәм, тик бер айға һуңыраҡ – 26 июлдә – Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә”, – тине Владимир Путин. Ил Президенты белдереүенсә, был осраҡта ла белгестәр илдәге хәлде ентекле күҙәтеп, хәүеф кимәлен баһалап ҡарар ҡабул итәсәк.
Читайте нас: