-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2020, 01:35

Республикала балаларға аҡсалата түләм алыусылар исемлеге киңәйтелә

Башҡортостанда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға аҡсалата түләм алыусылар исемлеген киңәйтеүҙәре ихтимал.

Башҡортостанда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға аҡсалата түләм алыусылар исемлеген киңәйтеүҙәре ихтимал. Был хаҡта бөгөн төбәк хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Түләм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан – 9804 һумдан кәм булған ғаиләләргә тейешле. Уның күләме – 4984 һум. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, республика ҡануниәтенә ярашлы, бындай түләмдәрҙе эшләмәгән ата-әсәләрҙең балалары ала алмауын әйтеп, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешле хәлгә бәйле, был талапты бөтөрөп, түләм алыусылар исемлегенә эшен юғалтҡан граждандарҙы ла индерергә кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Түләмдең 88 проценты федераль ҡаҙнанан финансланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республиканың вице-премьеры Андрей Назаров инициативаны хуплап, кәрәкле документтарҙы әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: