+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2020, 11:00

Бөгөн тел буйынса комиссия ултырышы уҙасаҡ

Башҡорт теле йылында республиканың был юҫыҡта эшләйәсәк комиссияһы үҙенең эшмәкәрлеген башлаясаҡ.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу комиссияһының эш кәңәшмәһе видеоконференция тәртибендә уҙасаҡ.
Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған сарала дәүләт власы органдары, милли-мәҙәни һәм йәмәғәт, фәнни-белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Комиссияның яңы составы Башҡортостан Хөкүмәтенең 17 апрелдәге ҡарары менән раҫланды. Уның эшенә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселек итәсәк.
Бөгөнгө кәңәшмәлә комиссияның эш планы проектын, шулай уҡ уның составына ингән Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен тикшереү планлаштырылған.
План проектына республика һәм муниципаль кимәлдәге оператив кәңәшмәләрҙе, ултырыштарҙы синхрон тәржемәләү ярҙамында ике дәүләт телендә үткәреүҙе тәьмин итеү, социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан халыҡтары телдәрен танытҡан видеояҙмаларҙы таратыуға методик ярҙам, муниципаль комиссиялар өсөн методик тәҡдимдәр төҙөү, “Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын, шулай уҡ республика Башлығы гранттары нигеҙендәге проекттарҙы ҡарау индерелгән. Шулай уҡ республика комиссияһы менән тел сәйәсәте өлкәһендәге муниципаль комиссиялар араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыу ҡараласаҡ.
Читайте нас: