+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2020, 11:50

Депутаттарҙан уңды тупаҡтар

Бөтә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү, ауылды тағы ла төҙөкләндереү, матурайтыу буйынса эштәр бөгөн дә дауам итә. Уларҙы йәмәғәтселек башланғысында, ауыл халҡының күмәкләп башҡарыуы ҡыуаныслы.

Тупаҡта ике йыл элек үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әҙерлек сиктәрендә ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән йәмәғәтселек ярҙамында ғәйәт күләмле эш башҡарылғайны. Бөтә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү, ауылды тағы ла төҙөкләндереү, матурайтыу буйынса эштәр бөгөн дә дауам итә. Уларҙы йәмәғәтселек башланғысында, ауыл халҡының күмәкләп башҡарыуы ҡыуаныслы.
Ауылдаштар осрашыуы алдағыһынан теүәл ун йыл үткәс ойошторолдо. Бының сәбәбе лә бар ине: «Ауылда күптән кәрәк мәктәп төҙөлөшө башланмайынса, байрамға йыйылмаясаҡбыҙ!» тигән һүҙҙәрендә ныҡ торҙо тупаҡтар.
Районда тыуым йылдан-йыл арта барған берҙән-бер ауыл һаналған Тупаҡта өр-яңы мәктәпкә май башында тәүге нигеҙ ташы һалынды һәм тупаҡтар осрашыуға дәррәү әҙерлек башланы. Бик күп йорттар заманса төҫ алды: улар төрлө материалдар менән көпләнде, ҡыйыҡтары алмаштырылды, баҡса рәшәткәләре яңыртылды, ғөмүмән, ауылда буяу теймәгән бер генә йорт та, ихата ла ҡалманы. Хужаһыҙ булып, ташландыҡ хәлгә еткән өйҙәрҙе һәм йәмәғәт ойошмалары биналарын тәртип-кә килтереүгә ауылдың йәше-ҡарты берҙәм тотондо һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә саҡырылған ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙартмаҫлыҡ итеп байрамға әҙерләнә алдылар.
Әлбиттә, район хакимиәте лә ярҙамһыҙ ҡалдырманы: тиҫтәләрсә йыл дауамында юлһыҙлыҡтан интеккән ауылдағы һигеҙ урамдың барыһына ла ҡырсынташ түшәлде, матур итеп тигеҙләнде.
Ауылды икегә ярып аҡҡан Моһаҡ йылғаһының ярҙарын тоташтырып торған йәйәүлеләр өсөн күперҙең емерелер хәлгә еткән тимерҙәре нығытылып, уға таяуҙар эшләнде. Юл эшенә генә дүрт миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
Клубтың бейек тупһаһы ҡойолоп төшөп торғас, унда инеп-сығыуы ла хәүефле ине. «Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә был мәсьәләне лә хәл иттеләр: мәҙәниәт усағының тупһаһы йүнәтелде, бинаның алды тимер рәшәткәләр менән кәртәләнде. Иман йорто ла тәртипкә килтереп, яңы буяуҙар менән балҡыны.
Район Советы депутаты Юнир Таһировтың идеяһы менән һәм ауыл халҡының бағымсылыҡ итеүе һөҙөмтәһендә клуб янында фронтта һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға, һуғыштан ҡайтып вафат булған 42 ветерандың исем-шәрифе яҙылған гранит таш беркетелде. Ауылға ингән урындағы стеланы ла тупаҡтар үҙҙәре аҡса йыйып эшләтте.
Ауылдаштар осрашыуын ойошҡанлы үткәреп ебәрҙе тупаҡтар һәм район конкурсында аҡсалата бүләккә лайыҡ булдылар. Был аҡсаға ауыл халҡының берлектәге ҡарары менән уҙған йәй балалар өсөн бына тигән уйын майҙансығы эшләп ҡуйҙылар. Уны матур итеп кәртәләп алыуҙа, уйын ҡоролмаларын ҡуйыуҙа ла урындағы халыҡ ихлас ҡатнашты.
Былтыр ағинәйҙәр күмәкләшеп, иман йорто тирәләй, Бикйән Суфиянов килтергән йүкә, ҡарағай үҫентеләрен ултыртып сыҡты.
Бынан һуң Тупаҡта өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Ошо йыл башында, бер аҙ һуңлап булһа ла, балалар баҡсаһы менән мәктәпте берләштергән бинала төҙөлөш тамамланып, белем йорто балалар өсөн ишектәрен асты.
«Клубтың торошо яҡшы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, мәктәп, балалар баҡсаһы булды, юлдар тәртиптә», — тип тынысланып ҡалманы тупаҡтар. Быйыл яҙ башынан ауыл халҡын күптән йөҙәткән йылға мәсьәләһен бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләнеләр. Һуңғы йылдарҙа ауылда үткән йыйын-йыйылыштарҙа, район етәкселәре менән осрашыуҙарҙа был проблема йыш күтәрелде. Эш шунда: күп йылдар элек Тупаҡ һыулаған Моһаҡтың йырҙаһы үҙгәртелеп, ул икенсе яҡтан ағыуы сәбәпле, мул һыулы йылға ҡороно, һыу ағыуын хәтерләтеп ике яр ғына тороп ҡалды, халыҡ һыуһыҙ интекте, хатта мал эсер һыу булманы.
Был мәсьәләне лә быйыл район һәм Таштимер ауыл Советтары депутаттары Юнир Таһиров менән Салауат Баһаувтар етәкселегендә күмәкләп йырып сыҡтылар. Иң элек «Бәйләнештә» селтәрендәге ауыл төркөмөндә өмәгә саҡырыу тураһында иғлан урынлаштырылды.
Йылға үҙәнен таҙартыуҙа, күпер эшләүҙә экскаватор кәрәк булғас, махсус техниканы Магнитогорск ҡалаһынан тейәп килтереүҙе Юнир Марсель улы үҙ өҫтөнә алды. Ҡеүәтле техниканың һәр сәғәте лә бик ҡиммәткә төшкәнлектән, ауыл халҡынан кем күпме бирә ала, шул күләмдә аҡса йыйырға ҡарар итте. Аҡса йыйыуҙы һәр эштә әүҙем йөрөгән Гөлсөм апай Хәйҙәрова, Вәсилә Суфиянова йыйыуҙы ойошторҙо. Һатыусы Рәғиҙә Хызырова ауыл төркөмөнә «иғәнәне магазинда ҡалдырырға ла мөмкин» тип яҙып, үҙ ярҙамын тәҡдим итте. Үҙҙәре алып килгәндәр ҙә булған, өй һайын да йөрөп йыйғандар. Хатта ситтә йәшәгән ауылдаштары ла ихлас ҡушылған. Миҫалға, Себерҙә йәшәгән Фәнил Мөжәүиров менән Силәбенән Иҡсан Муллағәлләмов — икешәр, Мәскәүҙән Риф Йосопов бер мең һум аҡса күсергән, мең һумға тиклем күсергәндәр бихисап. Кем күпме биргән, бөтәһе күпме аҡса йыйылған был хаҡта мәғлүмәт көн һайын төркөм сәхифәһендә урынлаштырылған.
Икенсе тарафтарҙа йәшәһәләр ҙә, ауыл йәшәйешенә битараф ҡалмай ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла рәхмәтле тупаҡтар.
— Тейешле сумманы йыйҙыҡ, башҡа кәрәкмәй тиһәк тә, «дөйөм ауыл мәнфәғәтендәге тағы берәй эшкә тотонорһоғоҙ», тип әле булһа аҡса биреүселәр бар, — тип ауыл халҡының дөргөн, берҙәм булыуына һөйөнә Гөлсөм Хәҙис ҡыҙы.
Башланған эш — бөткән эш, тигәндәй һанаулы ғына ваҡыт эсендә ике күпер эшләп тә ҡуйҙылар. Йылға үҙәнен ҡороған ағастарҙан таҙартыуҙы өмәләп башҡарҙылар. Был тәңгәлдә өмәләр дауам итәсәк әле. Күпер булмағас, аръяҡтағы урамдарға сығыу өсөн әллә күпме артыҡ юл үтергә кәрәк була торғайны, хәҙер Оҙон ятыу буйындағы яңы күпер юлды ҡыҫҡартҡан. Икенсеһе Әхмәт күперенән төшөп, ауылға барышлай Ҡорүҙәктә эшләнде.
Был эштә Хәлил Суфияновтың кран машинаһының ярҙамы ҙур булған. Был машинала уның улы Батыр бетон плитәләрҙе һалып-йүнәтеп йөрөгән. Фәнис Таһиров иһә үҙ машинаһында материалдарҙы кәрәк урынға ташып өлгөрткән. Һәм бында иң ҡыуаныслыһы — Моһаҡ элекке ярҙарына ҡайтып, ауыл буйлап ағып китеүе.
Бер-ике көн үтеүгә тағы өмә иғлан иттеләр. Был юлы сүплекте тулыһынса таҙартып, уны ябырға булдылар. Дөйөм эштән берәү ҙә баш тартманы. Булған сүп-сарҙы йыйып алғас, экскаватор эре ҡыйҙарҙы күмеп, урынды таҙаланы. Хәҙер инде тупаҡтарҙың барыһының да был тәңгәлдә тәртип һаҡларына, сүп-сарын тик «Эко-Сити» машиналарына тейәп тороуына ышанырға ғына ҡала. Үҙ ҡулдары менән таҙалағас, башҡа ҡыйларға бер кемдең дә ҡулы бармаҫ, моғайын.
Ойошторолған өмәләрҙә Заһит Мөхәмәткилдин, Илгиз Әҡсәнов, Сабит Сафин, Артур Ғиниәтов, Йәмил, Илнар, Илсен һәм Тимур Искәнйәровтар, Азамат менән Батыр Хызыровтар һәм башҡалар әллә нисә көн дауамында әүҙем ҡатнашты.
Ауыл көтөүен ойоштороуҙа депутат Салауат Нуриман улының хеҙмәте ҙур. Бөгөн һыйырҙарҙы Әмир, Ансар Хәмзиндар һәм Әлмир Ғиниәтов, Илгиз Әбйәлиловтар алмашлап көтә. Уларҙың эшенән халыҡ бик ҡәнәғәт. Ә тана-торпо Сыбаргүл буйындағы йәйге көтөүлеккә оҙаты-лыуы халыҡ өсөн айырыуса уңайлы.
Был маҡсатта уҙған көҙ шулай уҡ өмә менән тупаҡтар бер аҙна тирәһе йөрөп, унда малды бикләргә кәртә эшләгәндәр, уның башы ябылған, яуым-төшөм ҡурҡынысы ла юҡ. Унда көтөүҙе эшсән егет Илназ Әбйәлилов етәкселегендә көтөүселәр һәйбәт ойошторған. Көтөүселәргә атты Салауат Баһаув үҙенең йылҡы өйөрөнән биргән.
Белеүебеҙсә, Салауат Нуриман улы Тупаҡ ҡына түгел, яҡын-тирәләге ауылдар егеттәре өсөн самбо түңәрәге ойошторҙо, уның тәрбиәләнеүселәре төрлө ярыштарҙа еңеү яулауҙары менән билдәле. Ауылда киләсәктә ошо спорт төрө буйынса клуб асыу планда бар. Өмәләргә лә ошо спорт түңәрәгенә йөрөгән егеттәр айырыуса әүҙем сығалар икән.
Юнир Марсель улының да һайлаусылары мәнфәғәтендә башҡарған эштәре маҡтауға лайыҡ. Пандемия арҡаһында дистанциялы уҡыуға күскән күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиә-ләнгән уҡыусыларҙың хәлен аңлап, ике уҡыусыға ярҙам итте. Михайловка ауылынан һәйбәт өлгәшкән, киләсәктә табип булырға хыялланған Азат Хәсәнов депутаттан гаджет алып шатланды, ә Тупаҡтан күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе Таһир Хөснийәровҡа смартфон бүләк итте ул.
Эшлекле, һүҙендә торған Салауат Баһаувты ауыл, Юнир Таһировты район Советына депутат итеп һайлап, тупаҡтар яңылышманы. Нәҡ уларҙың әүҙемлеге, һайлаусылары, ауылы өсөн янып-көйөп тороуҙары һөҙөмтәһендә Тупаҡта тотош халыҡты борсоған проблемалар ваҡытында хәл ителә, йәшәйеш яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: