-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2020, 11:15

Ғариза 30 июнгәсә ҡабул ителә

Рәсәй Урман попечителдәр советы - FSC - “Йылдың йәшел проекты” премияһын булдырып, ғаризалар ҡабул итә башланы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Урман попечителдәр советы - FSC - “Йылдың йәшел проекты” премияһын булдырып, ғаризалар ҡабул итә башланы.
Ул Рәсәйҙә урманды яуаплы файҙаланыуҙы үҫтереүгә ғәмәлдә өлөш индергән компанияларға бирелә. Конкурсҡа 2019 йылда йәшел ҡалҡанды файҙаланыуҙа яуаплылыҡ өлкәһе йүнәлешендә бойомға ашырылған экологик, социаль һәм иҡтисади проекттар ҡабул ителә.
Премияның маҡсаты - урманды яуаплы файҙаланыуҙы үҫтереү, экологик, иҡтисади һәм соуциаль аспектта урманды ҡулланыуҙағы яуаплылыҡтың алдынғы тәжрибәләренә ярҙам һәм ил биләмәһендә файҙаланыуға булышлыҡ итеү, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә үҙебеҙҙең урман компанияларының абруйын арттырыу, FSC-сертификатлауға ышанысты арттырыу, ил эшҡыуарлығының алдынғы компанияларын тотороҡло үҫеш процесына йәлеп итеү.
Премияның бурыстары - илдә урманды файҙаланыу өлкәһендә уңышлы проекттарҙы бойомға ашырған компаниялар тураһында киң йәмәғәтселеккә мәғлүмәт таратыу, Рәсәй урман сәнәғәте комплексындағы компаниялар бойомға ашырған иң яҡшы алымдарҙы туплау өсөн майҙан булдырыу, алдынғы тәжрибәләрҙе бүлешеүгә булышлыҡ итеү.
Ғариза биреү өсөн 30 июнгә тиклем тултырылған форманы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ғаризаларҙы онлайн тәртибендә ҡабул итеү өсөн махсус сайт булдырылған.
Проекттар өс номинацияла ҡарала:
  • экологик – урман экосистемаһын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә индергән өлөш өсөн, шул иҫәптән биотөрлөлөктө һаҡлау һәм урманды файҙаланыуҙа тәҡдимдәрҙе таратыу йүнәлештәре;
  • иҡтисади – экологияға һәм урмандарҙың социаль функцияһына зыян килтермәйенсә тармаҡты иҡтисади үҫтереүгә өлөш индергән өсөн, шул иҫәптән ағас ҡалдыҡтарын комплекслы эшкәртеү һәм урманды һөҙөмтәле тергеҙеү проекттары;
  • социаль – урманды файҙаланыуҙа социаль яуаплылыҡҡа инлдергән өлөш, шул иҫәптән урындағы халыҡтың именлегенә ыңғай йоғонто яһаған проекттар.
  • Компания һәр номинацияға бер нисә проектын тәҡдим итә ала. Ҡатнашыу бушлай.
    Еңеүселәрҙе 12–15 августа Архангел өлкәһендә уҙасаҡ “XXI быуат урман ҡырҡыусыһы” чемпионатында бүләкләйәсәктәр.
    Урманды һаҡсыл файҙаланыуға һәм тергеҙеүгә саҡырған бындай саралар “Экология” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итә.
    Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
    https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/ariza-30-iyung-s--abul-itel-281989/
    Читайте нас: