Бөгөнгө көнгә ҡарата Башҡортостанда бөтәһе 3337 кеше коронавирус менән сирләгән, һуңғы тәүлектә тағы 77 сирле асыҡланған. Стационарҙа 958, амбулатор шарттарҙа 1223 ауырыу дауалана. 36 сирле ауыр хәлдә, уларҙың 9-ы яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Бөтәһе 1138 кеше тулыһынса һауыҡҡан. Республикала мәкерле сир арҡаһында 18 кеше вафат булған.