+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 10:25

Балаларға 10-шар мең һум аҡса түләнә башланы

1 июндән коронавирус пандемияһы ваҡытында Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдың береһе – өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум аҡса түләнә башланы.

1 июндән коронавирус пандемияһы ваҡытында Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдың береһе – өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум аҡса түләнә башланы. Уны алыу өсөн ата-әсәгә Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ғариза бирер кәрәк ине.
– Был иң ҙур һәм иң көткән түләү. Уны беҙҙең республикала 709 мең бала аласаҡ. Пенсия фонды вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 400 мең баланың ата-әсәһе ғариза биреп тә өлгөргән. Бөгөндән башлап уларҙың иҫәптәренә аҡса күсә башлаясаҡ, – тине кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Шулай уҡ вице-премьер белдереүенсә, оҙаҡламай өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр өсөн дә пособие түләнә башлай. Улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тейеш һәм даими түләнәсәк. Был түләүҙе 90 мең ғаилә аласаҡ, 50 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Ғаризаларҙы дистанциялы формала ҡабул итеү дауам итә.
Тағы бер яңылыҡ: 1 июндән йәш ярымға тиклемге бала ҡарағандарҙың минималь пособиеһы ике тапҡырға артасаҡ. Был ярҙам студент йәки эшһеҙ ата-әсәләргә ҡағыласаҡ.
Читайте нас: