Республикала “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек” акцияһының икенсе тулҡыны башланды. Был акцияның ойоштороусыһы – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе cекретары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын төбәктәге мохтаж булғандар адреслата аласаҡ. “Ирекмәндәр тарафынан аҙыҡ-түлек йыйылмаларының беренсе партияһы ярайһы уҡ тиҙ таратылды. Әммә шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә ярҙам һорап шылтыратыуҙар дауам итә. Шуға был акцияны дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тип хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был юлы 10 мең дана аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыласаҡ. Унда – урындағы етештереүселәрҙән иң кәрәкле һәм сифатлы ризыҡтар: ярмалар, консервалар, тәм-том һәм башҡа һыуытҡыста һаҡлауҙы талап итмәгән тауарҙар. “Был юлы ярҙам аҙ килемлеләр исемлеге буйынса түгел, ә республикала йәшәүселәрҙең ғаризалары буйынса адреслата күрһәтелә. Ошо көндәрҙә аҙыҡ-түлек тупланмалары районға ла килеп етте.