+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2020, 22:15

Хәл хәүефле көйө ҡала

Бөгөнгө брифинг ниндәй мәғлүмәттәр еткерҙе?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле сираттағы онлайн брифинг уҙғарҙы. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 72 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3409-ға етте. Һауыҡҡандар – 1192 (һуңғы тәүлектә 54 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 971 сирле, 1228 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Читайте нас: