2020 йылдың икенсе ярты йыллығына «Осҡон» гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында тәүге еңеүсене билдәләнек. Шулай итеп, Туйыш ауылынан гәзит уҡыусыбыҙ Фәһимә Билалова «Барьер» һыу фильтры отто. Еңеүсебеҙҙең паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләген редакциянан килеп алыуын көтөп ҡалабыҙ.
Хәбәр итеүебеҙсә, 1 июндән бөтә гәзит-журналдарға, шул иҫәптән «Осҡон» һәм «Абзелил» район баҫмаларына икенсе ярты йыллыҡҡа ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ваҡытлы матбуғатҡа осһоҙораҡ хаҡҡа почтаға барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп, абонемент тултырығыҙ. Редакцияның үҙенә килеп тә яҙылырға мөмкин.
Гәзиткә яҙылығыҙ ҙа квитанция күсермәһен «Осҡон» гәзите адресына (Асҡар, Ленин урамы, 14а) ебәрегеҙ. Уйында ҡатнашыусыларҙы шәп бүләктәр көтә. Бер юлы гәзитле лә, бүләкле лә булырһығыҙ.
Мөхәрририәт.