Башҡортостанда битлек режимы дауам итә. Өйҙән тыш ҡалған урындарҙа вирустан һаҡланыу маҡсатында битлек кейеп йөрөү мотлаҡ талаптарҙың береһе. Әбйәлил ирекмәндәре #Ярҙамғабитлек республика акцияһы сиктәрендә күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр таратыуҙа ихлас ҡатнашты. Айырыуса оло йәштәгеләргә, хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға һәм балалары булған ғаиләләргә иғтибар ителде.