Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, предприятиелар – махсус иҡтисади зонаның буласаҡ резиденттары вәкилдәре ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, май аҙағында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә ошондай биләмә төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны.
"Сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу – ҙур еңеү ул! Эштә беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республика Хөкүмәте, муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары – хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа ошо биләмәне үҫтереү өсөн яуаплы. Эшмәкәрлектең координаторы – вице-премьер Илшат Азамат улы Тажетдинов".
Республика Башлығы Хөкүмәткә инвесторҙар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән әҙерлек һәм проект алды эшен башларға, проекттарға булышлыҡ итеү буйынса төбәк сараларын күҙалларға ҡушты.
"Яңы проекттар өсөн биләмә бар, инвесторҙарҙы көтәбеҙ. Үҙҙәре хаҡында ни тиклем алдараҡ белдерһәләр, шул тиклем участкаларҙы алыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине республика Башлығы. – Ҡарарҙарҙы йылдам ҡабул итегеҙ".
Бынан тыш, яҡын арала Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре, район хакимиәттәре араһында килешеү төҙөргә кәрәк. Ул махсус иҡтисади зонаның стратегик йүнәлештәрен һәм үҫеш этаптарын билдәләйәсәк.
Махсус иҡтисади зоналағы участкаларҙың (һәр районда икешәр) дөйөм майҙаны – 470 гектар. Шуларҙың яртыһынан ашыуы проекттарға резервланған.
"Махсус иҡтисади зона төҙөлдө. Резиденттарҙың тиҙ арала бында инеп, башланғыстарын тормошҡа ашыра башлауы мөһим. Беҙҙең яҡтан иһә етештереү майҙансыҡтарын асыу буйынса аныҡ ғәмәлдәр кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ аныҡ проекттарға эйә булған һөҙөмтәле, ышаныслы инвесторҙарҙы эҙләүҙе дауам итеү, инфраструктураға ихтыяждарын күҙаллау фарыз. Улар килеүгә беҙҙә барыһы ла әҙер булырға тейеш".