-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 11:40

Рәсәйҙә туризмды нисек үҫтерегә?

Ҡайһы бер сит илдәр туризм эшен тергеҙеп, сиктәрен аса башланы. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ фекерен еткерҙе.#ВладимирПутин

– Күп илдәрҙә коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр алына. Иң тәүҙә был ил өсөн эшләнелеүе аңлашыла, уларҙың иҡтисады туристик тармаҡҡа ныҡ бәйләнгән. Беҙгә лә был йүнәлештә нисек эш алып барырға белгестәр, табиптар менән кәңәшләшеп алырға кәрәк, – тине ул Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы ағзалары менән үткәргән оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан блогеры һәм сәйәхәтсе Рәис Ғәбитов энтузиастар төркөмө менән республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы — турбазалар аша һалынған йәйәүле маршрут өҫтөндәге эште дауам итә.
Блогер әйтеүенсә, Белореттан Еләктәш тауы аша Яланғас һыртына, Ирәкташҡа, Ирәмәлгә һуҡмаҡтың тәүге өлөшө әҙер, билдә ҡуйылған һәм уның буйынса кешеләр йөрөй. Быйыл икенсе өлөшө әҙер була, ул Яҡтыкүл, Абҙаҡ курорттарын, Уралтауҙың иң юғары нөктәһе Әрүәкрәз тауын, Ҡыраҡа һыртын һәм Ар ташын берләштерә. Яҡында бик һәйбәт маршруттар бар, хатта балалар менән йөрөргә мөмкин, уларҙы махсус әҙерлеге булмаған ҡатнашыусылар ҙа еңел үтә .
Башҡортостандың хозур тәбиғәтен күреү өсөн Силәбе өлкәһенән, шулай уҡ Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡунаҡтар килә, тип билдәләне ул.
Әбйәлил йәки Белорет райондары турбазаларына килгән туристар Көньяҡ Урал һуҡмағы буйлап походҡа сыға ала.
Маршруттар ике саҡрымдан башлана, ә Көньяҡ Урал һуҡмағын — яҡынса 300 саҡрымды үтеү өсөн ике аҙна кәрәк.
Читайте нас: