+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 17:28

Социаль ярҙам күрһәтеү сараларын булдырыу

Хөкүмәт йортонда коронавирус пандемияһы шарттарында эшһеҙ граждандар өсөн социаль ярҙам күрһәтеү саралары темаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова онлайн-брифинг уҙғарҙы.

Хөкүмәт йортонда коронавирус пандемияһы шарттарында эшһеҙ граждандар өсөн социаль ярҙам күрһәтеү саралары темаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова онлайн-брифинг уҙғарҙы. Брифингтың спикерҙары: ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министр урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов, социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге директоры Николай Калмацкий, Пенсия фонды идаралығының граждандар мөрәжәғәттәре һәм страховкалау буйынса бүлеге начальнигы Гөлнара Әлибәкова булды.
Онлайн брифингта халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙар күтәрелде, айырыуса республикала эшһеҙ ҡалғандар граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү, бәлиғ булмаған балалар өсөн ниндәй түләмдәр барлығы әйтелде. Төбәктә эшһеҙ ҡалыусылар һаны артыуы күҙәтелә, бөгөнгө көндә 67 мең эшһеҙ теркәлгән.
Ленара Иванова әйтеүенсә, эшһеҙ ҡалыусылар һаны артыуы коронавирус эпидемияһы менән бәйле булһа, икенсе сәбәптәре лә бар:
- һуңғы айҙарҙа өйҙән сыҡмай ғына дәүләт хеҙмәте порталы аша мәшғүллек үҙәгенә теркәлеү ҙә эшһеҙҙәр һаны артыуына килтерҙе. Оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ ятҡан граждандар өсөн пособие 5175 һумға артты.
- «Рәсәйҙә эш» порталы буйынса ғариза биреү 9 апрелдән мөмкин булған. Дистанцион рәүештә ғаризалар ҡабул итеүе тураһында Фәнүр Шәйхисламов аңлатты.
- ғаризаларҙы тиҙ арала ҡабул итһендәр өсөн теркәлеү адресын (паспорттағы прописканы) күрһәтергә кәрәк, ҡайһы бер осраҡтарҙа граждандар ғәмәлдә йәшәгән урынын күрһәтә, был процессты оҙайта. Документтарҙың скан-күсермәһен ҡалдырығыҙ, ғаризаны ҡараған мәлдә кәрәк булыуы бар. Шулай уҡ дөрөҫ мәғлүмәт биреү мөһим, юғиһә пособие бирелмәйәсәк, алдыҡ менән булыусыларҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары контролдә тота.
— Хеҙмәт баҙарында 16 меңдән ашыу вакансия иҫәпләнә, төҙөлөш, агросәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләренә эшселәр кәрәк, — тине министр урынбаҫары.
Брифинг барышында республикала йәшәүселәргә төбәк кимәлендә ҡаралған социаль ярҙам сараларының нисек күрһәтелеүе бәйән ителде. Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала халыҡҡа ярҙам күрһәтеү әүҙем алып барыла. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырыу, эшҡыуарлыҡ үҫешенә ярҙам күрһәтеү — төп бурыс. Был программа мәшғүллек үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ, коронавирус менән бәйле сикләү саралары бөтөрөлгәс тә эш дауам ителәсәк.
Люциә Оморҙаҡова.
Читайте нас: