Миләүшә Ташбулат ҡыҙы менән Ишмөхәмәт Әүхәҙи улы Исҡаҡовтар ауылдың ҡото тиһәм һис яҙыҡ булмаҫ. Алты балаға ғүмер биргән, тырыш, йүнсел ғаилә йыр-моңға маһир, спортҡа ла битараф түгел. Әбделғәзелә бер сара ла уларһыҙ үтмәй, әүҙем ғаилә ауыл тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй.
Шәрип ҡыҙы Миләүшә тыуған ауылында клуб мөдире булып эшләй. Әбделғәзе егете Ишмөхәмәт бесән эшләргә килгәндә уны осрата һәм тимерҙе ҡыҙыуында һуға: танышыуҙарына аҙна тигәндә һылыуға тәҡдим яһай. Әмәлгә ҡалғандай, уныһы баш тартмай. Килен булып төшкән еренә таштай бата. Йәштәр бер-ике йыл эсендә ата-әсәһе ярҙамы менән айырым нигеҙ ҡороп, башҡа сыға. 1989 йылдан бирле Исҡаҡовтар ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп бергә уҙа. Былтыр ғаилә ҡороуҙарына утыҙ йыл тулған.
«Ярҙам» үҙәгенең социаль хеҙмәткәре Миләүшә Ташбулат ҡыҙының эш стажы егерме ике йыл. 1998 йылда ошо хеҙмәткә аяҡ баҫҡан ҡатын кинәнес табып, бөтә күңелен һалып эшләй. Әлеге ваҡытта Амангилде һәм Әбделғәзе ауылдарында бөтәһе ун алты инәйҙе ҡарай ул. Был уларҙың ғаилә эше, сөнки Миләүшә апай декрет ялында саҡта тормош иптәше ололарҙы яңғыҙ итмәгән. Ошо ваҡыт арауығында Ишмөхәмәт Әүхәҙи улы ике тапҡыр район делегацияһы составында Өфөлә социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған республика сараларында ҡатнашҡан, Мәләүез районына саңғы ярышына барып ҡайтҡан. Күгәрсен районының данлыҡлы Мораҙым тарлауығында уҙған байрамға ирле-ҡатынлы Исҡаҡовтар бергә барған. Ә былтыр улар райондың социаль хеҙмәткәрҙәрен үҙҙәренең ҡунаҡсыл йортона саҡырып, һый-хөрмәт күрһәткән.
— Мин ололарға, улар миңә өйрәнде. Берәйһендә саҡ ҡына тотҡарланһам, башҡалары юҡһынып шылтырата башлай. Йомоштарын тиҙ генә теүәлләйем дә ҡалғандарына ашығам. Инәйҙәр килгәнде көтөп кенә торалар, — ти эше тураһында Миләүшә апай. — Хәҙер холоҡтарын белеп бөттөм, ҡушҡандарын эшләгән арала һөйләшергә лә, сәй эсергә лә өлгөрәбеҙ. Иптәшем гел ярҙамлашып торғас, әллә ни ҡыйынға тура килмәй.
Ауыл ерендә йыл әйләнәһенә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Олоғайған көндәрендә тик ятыуҙы хушһынмай ололар: иртә яҙҙан баҡсаны тәртипкә килтереп, түтәлдәр ҡаҙырға, кишер-сөгөлдөр сәсергә, картуф ултыртырға кәрәк. Өй йыуыу өмәләренән дә уңған социаль хеҙмәткәр ҡалмай. Утынын ярышырға ла, ташырға ла кәрәк. Бындай ауыр эштәр Ишмөхәмәт ағайҙың иңендә. Көҙ тағы картуф, баҡса мәшәҡәттәре. Ҡыш ҡар көрәү, утын индереү, йорт эсендәге эштәр. Элек һыуҙы көйәнтәләп ташырға тура килһә, хәҙер барыһының да ихатаһында ҡоҙоҡтары бар. Донъя булғас, яңғыҙ йәшәгәндәрҙең башҡа хәстәрҙәре лә сығып тора. Уларын да йүнләшеп, ярҙамлашыуҙан баш тартмай Исҡаҡовтар.
Был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн, күпме ваҡыт кәрәк?! Ә өйҙәге эш, балалар, мал, ҡош-ҡорт — донъяның осона сыҡҡансы тағы таң ата, тигәндәй.
— Ауылда эш юҡ тиҙәр, бына беҙгә ваҡыт етмәй, тәүлектә сәғәттәр аҙ һымаҡ, — ти ғаилә башлығы. — Эшләйем, табам тигәндәр үҙ йүнен күрә.
Ишмөхәмәт Әүхәҙи улына етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Уның етеҙ ҡулдарында ағас та, тимер ҙә уйнай. Иретеп йәбештереүгә лә, балта-сүкеш тотоуға ла оҫталығы юҡ түгел.
Балалары ла эшһөйәр, уңған булып үҫкән. Өлкән ҡыҙҙары Зәлиә кейәүгә сығып, Белорет ҡалаһында йәшәй, үҙе ике улға әсәй. Улдары Әлфир контракт буйынса хеҙмәт итә. Ғаиләле, ҡыҙы бар. Асҡарҙа ҙур йорт һалғандар. Намыҫлы хәрби хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләгәндәр, часть командованиеһынан ата-әсәһенә рәхмәт хаты килгән. Рәлиә — Белорет педагогия колледжының икенсе курсын тамамлай. Нәлиә Амангилде мәктәбенең 5-се, Фидан 4-се класын тамамлаған. Балалары ла ата-әсәһенән күрмәксе, йырлайҙар-бейейҙәр, спорт ярыштарында ҡатнашалар. Ҡыҙғанысҡа, ата менән әсәгә улдары Зөлфирҙе юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә.
Тормош юлындағы ауыр һынауға бирешмәй, йәшәүгә көс таба улар. Бер-береһенә ныҡлы терәк-таяныс булғанға эштәре, донъялары көйлө. Балалары яҡшы кешеләр булһындар, белем-һөнәр алһындар өсөн көстәрен йәлләмәйҙәр. Ике ейән, өс ейәнсәргә олатай менән өләсәй булғандар. Ғаилә ҡорғандарына хәлдәренсә ярҙамлашып, йортло итеү өсөн тырышалар.
Миләүшә Ташбулат ҡыҙы 2011 йылда «Әсәлек даны» миҙалын алған, 2016 йылда хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған. Оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәте башлығының һәм «Ярҙам» хеҙмәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Исҡаҡовтар 2018 — Ғаилә йылында Ишҡолда уҙған «Ғаилә мозаикаһы» район конкурсында икенсе урын яулаған. Шул уҡ йылда Ғаилә көнөндә уларға БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина аҡсалата премия тапшырған. Әүҙем, талантлы ғаиләне Амангилде биләмәһе хакимиәте бергә йәшәүҙәренә утыҙ йыл тулыу айҡанлы бүләкләп, рәхмәт хаты биргән.
— Форсаттан файҙаланып, коллегаларыбыҙҙы социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ-именлек теләйбеҙ. «Ярҙам» үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәроваға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, шулай уҡ хеҙмәттең элекке етәкселәрен дә байрам менән ҡотлайбыҙ, — тиҙәр Исҡаҡовтар.
Ғаилә башлығы Ишмөхәмәт Әүхәҙи улы былтыр 50 йәшен тултырһа, быйыл май айында Миләүшә Ташбулат ҡыҙы алтын юбилейын билдәләгән. Исҡаҡовтар ололарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып, ҡартайған көндәрендә тормоштарын йәмләп, изге эштәре-ғәмәлдәре өсөн уларҙың рәхмәт-һауабын алып йәшәй. Үҙҙәре күрһәткән игелек-изгелектәрҙе балаларынан алып, ҡыуаныста бергә-бергә ғүмер итергә яҙһын.