– Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернет селтәренә тоташтырыу план буйынса алып барыла, эпидемиологик хәл бер ниндәй үҙгәрештәр индермәне. Төҙөлгән инфраструктура алдағы киләсәктә республиканың төпкөл ауылдарында мобиль бәйләнеш селтәрен һәм сымлы интернетты үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.