+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 17:10

2021 - ниндәй йыл буласаҡ?

Республикала киләһе йыл нимәгә иғтибар йүнәлтеләсәге билдәле булды.

Радий Хәбиров киләһе йылды Башҡортостанда юлдарға арнарға тәҡдим итте. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында белдерҙе.
– Ниндәй районға килһәм дә хакимиәт башлығына бер һорау бирәм: һиндә иң насары нимә? Бөтәһе лә миңә “юлдар” тип яуап бирә. Улар мөрәжәғәттәр һаны буйынса ла беренсе урында тора. Хөкүмәткә ҡушам – киләһе йылды республикала Юлдар йылы тип иғлан итергә кәрәк. Ҡалалар һәм ауылдар эсендә матур юлдар булырға тейеш. Әле Ишембайҙа әүҙем ремонт эштәре бара, 15 урам ҡаҙылып, соҡолоп бөткән. Башҡа ҡалалар ҙа был эштән ҡалышмаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Был йәһәттән Радий Хәбиров Хөкүмәткә финанс блогын, республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитетын йыйып һөйләшергә һәм киләһе йылды республикала “Юлдар йылы” тип иғлан итергә ҡушты.
– Юлдарҙы тәртипкә килтерер кәрәк. Быны хәл итеүҙең юлы бер – аҡса табыу, федераль үҙәк менән бергә эшләп беҙҙең Юл фондын арттырыу, – тине төбәк етәксеһе.
Читайте нас: