+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 11:35

Инвестиция күләме артҡан

Беҙҙең район "Инвестиция сәғәте" проекттары буйынса яҡшы яҡтан баһаланған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Быйыл беренсе кварталда Башҡортостан иҡтисадындағы инвестициялар күләме 51,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 18 процентҡа күберәк. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Министр һүҙҙәре буйынса“Инвестиция сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙә хупланған эре проекттарҙың тормошҡа ашыуына ярашлы, ыңғай үҫеш күҙәтелә. Бигерәк тә Бөрйән, Йәрмәкәй, Әбйәлил һәм Ауырғазы райондарында яҡшы үҫеш тиҙлеге күҙәтелгән.
2019 йылдың ғинуар–март айҙары менән сағыштырғанда, төп капиталға инвестициялар күләме кәмеүе 25 муниципаль районда һәм ҡала округында күҙәтелгән. Был шул иҫәптән бер нисә проект буйынса инвестиция фазаһының тамамланыуы, шулай уҡ коронавирус инфекцияһы сәбәпле индерелгән сикләүҙәрҙең кире тәьҫире. Айырып әйткәндә, ошо осорҙа 48 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тамамланған.
Вице-премьер бизнес-шерифтарҙың, муниципаль кимәлдә эшҡыуарлыҡ башланғыстары иҫәбенә инвестицияларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итеп, һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. Шулай итеп, беренсе кварталда “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә 1143 инвестиция проекты ҡаралған.
Бынан тыш, республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы инвестицияларҙы статистик иҫәпләү механизмдарын актуалләштереү буйынса эш алып бара. Алдан күҙаллауҙар буйынса иҫәпләп бөтөү механизмы йыл һөҙөмтәләре күрһәткесенә өҫтәмә 15 миллиард һум индереү мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә муниципалитеттар ҡатнашлығында инвестиция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә ойошторорға ҡушты.
– Йыйылған күп мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү һәм бергәләп эшләү планын формалаштырыу ваҡыты етте, – тине Радий Хәбиров. – Формат һәм киләһе һөйләшеүҙәр тәртибе буйынса тәҡдимдәр индереүегеҙҙе һорайым.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: