Ауылдан ситтә урынлашҡан цехҡа яҡынлашыу менән пилорамаларҙың бер туҡтауһыҙ геүләп эшләүе ҡолаҡҡа салына, цех эсендә иһә өйөм-өйөм булып ятҡан таҡта, брус, штакетниктар, бысылған ағас ҡалдыҡтары күҙгә ташлана. Беҙ барғанда КамАЗ машинаһына Фәнгиз менән Илмир Шаһивәлиевтар таҡта тейәү менән мәшғүл ине.
Арыраҡ Радмир Хәкимов менән Иршат Дәүләтшин «Кедр» пилорамаһында ағас бысалар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, эш ҡайнай.
— Цехтағы ике пилорамала төрлө ҡалынлыҡтағы таҡталар бысабыҙ. Шулай уҡ штакетниктар, брустар, уларҙан өй комплектары әҙерләйбеҙ, заказсының размеры буйынса бура бурайбыҙ, һатыуҙа бағаналар ҙа бар, хатта ағас онтағын да алалар, — ти цехтың эшмәкәрлеге менән таныштырып «Әбйәлил урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы директоры З. Т. Абдуллин.
Зариф Тәфтизан улының һүҙҙәренә ҡарағанда, бында етештерелгән ағас материалдарының төп заказсыһы — Магнитогорск металлургия комбинаты, шулай уҡ айырым кешеләрҙән дә заказдар күп килә икән. Йыл башынан бөгөнгәсә был тәңгәлдә өс миллион һумдан ашыуға хеҙмәт күрһәтелгән.
Ағас бысылғандан һуң ҡалған сеймалды, йәғни гәрбилде һатыу буйынса Өфөләге «Кроношпан» производство берекмәһе менән килешеү төҙөлгән. Етештереү ҡалдығынан бөгөн киң ҡулланылған ОСБ плитәһе етештергән берекмә материалды үҙе лә килеп ала, мөмкинлек булһа, урман хужалығы техникаһы ла алып бара икән.
Ишкилде цехына мастер Йәмил Шаһивәлиев етәкселегендә үҙ эшенең оҫталары йыйылған. Әйткәндәй, Йәмил Мөхтәр улы ла был эшкә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
— Һәр кем ҡушылған эште тырышып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Ни тиһәң дә, ағас бысыу эшендә таһыллыҡ та, оҫталыҡ та, иғтибарлы булыу ҙа кәрәк. Тик тәжрибәле эшселәр генә ағас-брустарҙы еткерелгән заказдар буйынса тейешенсә һәм теүәл итеп быса ала, — ти участка мастеры.
Й. М. Шаһивәлиев әйтеүенсә, сеймал менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ. Буранғол, Хәмит, Ҡаҙмаш лесничестволары ағасты бысып әҙерләй, уны Ишкилдегә КамАЗдарҙа килтерәләр, ҡай саҡ ярҙам кәрәк булһа, цехтың эшсеһе, трактор йөрөтөүгә танытмаһы булған Радмир Хәкимов ярҙамға бара икән.
— Техника булғас, төрлө көйһөҙлөктәр осрап, боҙолоп та ултырабыҙ. Бындай мәлдәрҙә «Әбйәлил урман хужалығы»нан кәрәкле алмаш өлөштәрҙе шул арала алып киләләр, яғыулыҡ-майлау материалы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәләр, — ти цех хужаһы.
Цех эшселәре ай һайын 110-120 кубометр ағас материалдары әҙерләй. Еткерелгән пландарҙың даими арттырып үтәлеүендә цех эшселәре Фәнгиз һәм Илмир Шаһивәлиевтарҙың, Иршат Дәүләтшиндың, Рәүеф Ғибаҙуллиндың һәм Радмир Хәкимовтың хеҙмәте ҙур. Эшселәрҙең һәр ҡайһыһы цехта кәрәкле һөнәрҙәргә эйә, бер-береһен эштә алмаштыра алалар.
«Әбйәлил урман хужалығы»ның тотош республикала тотороҡло эшләп килгән учреждениелар иҫәбендә булыуында Ишкилде цехы уңғандарының өлөшө ҙур.