+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 12:16

Көтөүсегә лә хеҙмәт шарттары кәрәк

Бөгөн ауылдарҙа төрлө төҙөкләндереү эштәрен, сүп-сарҙан таҙартыу өмәләрен кемдәрҙеңдер ситтән килеп ойоштороуын көтмәй, ошонда йәшәүселәр үҙҙәре атҡарып сығыуҙары өлгө алырлыҡ күренеш.

Бөгөн ауылдарҙа төрлө төҙөкләндереү эштәрен, сүп-сарҙан таҙартыу өмәләрен кемдәрҙеңдер ситтән килеп ойоштороуын көтмәй, ошонда йәшәүселәр үҙҙәре атҡарып сығыуҙары өлгө алырлыҡ күренеш.
Интернет селтәрҙәрендә Салауат ауылы халҡының да әле был мәсьәләне бергәләп хәл итеүҙәре, әле икенсе эште күмәкләп башҡарыуҙары хаҡында йыш уҡырға була. Бында инде Таштимер ауыл Советы депутаты Рушан Әхмәтйәновтың һайлаусылары мәнфәғәтендә уларҙы төрлө эштәргә дәртләндереп, улар өсөн янып-көйөп тороуы асыҡ күренә.
Ауылдың тирә-яғын, йылға буйҙарын таҙалау өмәләрендә ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа даими әүҙемлек күрһәтә.
Изге Рамаҙан айында имам Рафиҡ Шәйәхмәтов инициативаһы менән ойошторолған өмәгә ауылдың ир-егеттәре берҙәм генә сығып, зыяраттың эсен ҡоро һәм йығылған ағастарҙан таҙартып, сүп-сарын йыйып алдылар, техникаһы менән килгәндәр ҡыйҙы сүплеккә ташып түгеп торҙо.
Халҡыбыҙ азатлығы өсөн яуҙа ятып ҡалған һәм тыуған ерҙәренә ҡайтып, илебеҙҙе һуғыштан һуң емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырыуҙа көс түккән ауылдаштар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыны ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бына тигән итеп матурайтып, яңыртып эшләп ҡуйҙылар.
Бындай өмәләр, акциялар һәр урында үтте һәм үтә, тиерһегеҙ. Шулай ҙа иғтибарҙы йәлеп иткәне — ауылдаштарын борсоған мәсьәләләргә битараф булмаған Рушан Әхмәтйәновтың яҡташтарын ауыл халҡының малдарын көтөүсегә будка эшләүгә йәлеп итеүелер.
Салауатта көтөүҙе мал һанына ҡарап, өй һайын алмашлап көтәләр. Тәғәйен көтөүсе булмағас, онотҡанда бер мал көткән өсөн бындай тырышлыҡ кәрәкмәй ҙә кеүек. Әммә салауаттар әсе елдәрҙә, яуын-төшөм мәлендә, эҫе сарсау көндәрҙә көтөүсегә ял итер урын булдырҙы. Был көндө өмәгә сыҡҡан Раян Минһажев, Вадим Мәғзүмов, Юнир Әхмәтйәнов, Артур Аҡмырҙин, Илсен Хафизов, Линар Исламовтар ихлас эшләне. Будка өсөн кәрәкле материалдар һәм транспорт менән Бүләкбай Мансуров ярҙам итте. Өмәселәрҙе төшкө аш менән һыйлауға аҙыҡ-түлекте һәр сараға бағыусылыҡ итергә әҙер торған эшҡыуар Зөлфиә Әминева бирҙе.
Бына шулай салауаттар бергәләшеп көтөүсегә будка эшләп ҡуйҙы. Башҡа ауылдар халҡына был өлгө алыр яҡшы миҫал, минеңсә.
Читайте нас: