+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2020, 12:01

Владимир Путин һалымдарҙы кәметергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт менән элемтә һәм ИТ үҫеше тураһында кәңәшмә барышында ошо тармаҡ вәкилдәре өсөн һалымдарҙы кәметергә ҡушты.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт менән элемтә һәм ИТ үҫеше тураһында кәңәшмә барышында ошо тармаҡ вәкилдәре өсөн һалымдарҙы кәметергә ҡушты.
Президент тәҡдим иткән ташламалар өлөшләтә генә коронавирус пандемияһы һәм уның арҡаһында барлыҡҡа килгән көрсөк шартттарында ярҙам сараһы булырға тейеш. Башлыса улар оҙайлы ваҡытлы перспективаға иҫәпләнә һәм Рәсәйҙең элемтә һәм ИТ баҙарының килемлелеген арттырыуға, был тармаҡ менән белгестәрҙе ҡыҙыҡһындырыуға бәйле.
Владимир Путин тармаҡта эшләүсе компаниялар өсөн комплекслы һалым маневрын әҙерләргә, Рәсәйҙә перспективалы технологияларҙы үҫтереүҙе стимуллаштырырға ҡушты. Ошо маҡсатта тиҙҙән яһалма интеллектты үҫтереү буйынса федераль проект барлыҡҡа килергә тейеш.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: РИА Новости
Читайте нас: