Ул эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Милли проекттың асылы — илгә күберәк туристарҙы йәлеп итеү, кластерҙарҙы үҫтереү. Бының өсөн туроператорҙарға финанслау саралары һәм сит ил вәкилдәренә электрон визалар эшләү ҡаралған. Яңы проектты бойомға ашырыуға йылына 80 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.