+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 11:38

Дәүләт байрағы елберләне

Илебеҙҙең төп дәүләт байрамы Асҡарҙа тантаналы билдәләнде

Үҙҡурсаланыу буйынса сикләүҙәр тулыһынса бөтөрөлмәһә лә, илдең һәр мөйөшөндә, мөһим байрам икәнен белдереп, зәңгәр күктә дәүләт байраҡтары елберләне. Социаль селтәрҙәр аша онлайн-тәртиптә иғлан ителгән акциялар көслө тулҡын булып бөтә Ватаныбыҙҙы урап сыҡты. Рәсәй гимнын башҡарыу, тәҙрәләрҙе биҙәү, илде данлап мәҙхиә рифмалары сығарыу буйынса акцияларға яҡташтарыбыҙ ҙа ҡушылды. Ирекмәндәр таҫма таратыу эшен ойошторҙо.
Байрам иртәһендә район хаки-миәте алдында дәүләт байраҡтарын күтәреү буйынса ҙур булмаған митинг уҙҙы. Тантанала ҡатнашыусыларҙы район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Р. Ғ. Хәлилов тәбрикләне.
— Был байрам милләттәр берҙәмлеген һәм илдең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн һәр беребеҙҙең дөйөм яуаплылығын символлаштыра. Бөтә йөрәктән төп дәүләт байрамы — Рәсәй көнө менән ҡотлайым. Тыныслыҡ, имен тормош, эшегеҙҙә уңыштар теләйем, — тине Руслан Ғөзәйер улы.
Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Әбйәлил районының байраҡтарын күтәреү хоҡуғы хеҙмәт алдынғылары — «Урал аръяғы» МТС-ы водителе Рамил Хәлитов, ДРСУ инженеры Радик Мусин һәм Красная Башкириянан «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Хазиеваға бирелде.
Үҙәк сәхнәлә ғаилә хорҙары Рәсәй гимнын башҡарҙы.
Читайте нас: