-6 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 11:40

Ни өсөн Берҙәм аҡсалата компенсация (ЕДК) кәмене?

Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә һуңғы көндәрҙә ошо һорау йыш күтәрелде. Мәсьәләгә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан аңлатма бирелде.

Башҡортостан Республикаһында 2009 йылдың 1 ғинуарынан льготаға эйә граждандарға торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам төрө айлыҡ аҡсалата компенсация рәүешендә бирелеп килә.
Бөгөн уның күләме Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 июлендәге 447-се ҡарары нигеҙендә раҫланған республика стандарттарын ҡулланып билдәләнә һәм, шуға ярашлы, йылытыу һәм йылытыу араһындағы миҙгелдә уның күләме төрлөсә килеп сыға.
2019 йылдың 1 октябренән 2020 йылдың 31 майына тиклем Берҙәм аҡсалата компенсацияның (ЕДК) күләме йылытыу осорондағы республика стандарттарына ярашлы иҫәпләнде. Ә инде 2020 йылдың 1 июненән йылытыу миҙгеле араһындағы республика стандарттары ҡулланыла башланы һәм шул сәбәпле 2020 йылдың 1 июненән компенсация күләме кәмене. Йәғни, элек һәр кем йылылыҡ өсөн 12 ай дауамында түләһә, хәҙер йылытыу миҙгелендә генә түләүгә күстек. Ошоға ярашлы, көҙгөһөн йылытыу миҙгеле башланыу менән әлеге ташламаға эйә булғандарҙың барыһына ла компенсация күләме өҫтәлде һәм әле, йылытыу осоро тамамланыу менән, ул кәметелде.
Шулай уҡ һәр кем ярты йылға бер тапҡыр ғәмәлдәге льготаның аҡсалата эквивалентын билдәләтеү маҡсатында Берҙәм аҡсалата компенсацияның күләмен шәхсән ҡайтанан иҫәпләттерә ала. Бының өсөн тейешле документтар (паспорт йәки шәхесте танытҡан башҡа документ, алты айға торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү квитанциялары (улар тулыһынса түләнгән булырға тейеш) менән Күп функциялы үҙәктәрҙең береһенә йәки Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
ЕДК-ға бәйле тағы бер яңылыҡ: 2020 йылдың 1 июленән федераль закондарға яраҡлаштырыу маҡсатында Берҙәм аҡсалата компенсация түләүҙең яңы тәртибенә күсеү ҡаралған. Был осраҡта торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аныҡ билдәләнгән түләү күләме иҫәпкә алынасаҡ. Шулай итеп, 2020 йылдың 1 июленән Берҙәм аҡсалата компенсация күләме һәр кем өсөн шәхсән билдәләнә башлаясаҡ һәм был осраҡта түбәндәгеләр иҫәпкә алынасаҡ:
- граждандың льгота категорияһы;
- торлаҡ фондының торошо;
- льготаға эйә булыусы менән менән бер торлаҡта теркәлгән кешеләр иҫәбе;
- торлаҡ йорттоң майҙаны;
- коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү приборҙарының булыуы йәки булмауы;
- йорттоң нисә ҡаттан тороуы;
- йорттоң төҙөкләндерелеү кимәле;
- бурыстың булыуы (булмауы) йәки уны түләү тураһында килешеүҙең булыуы (булмауы).
Мәҡәлә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан бирелгән мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнде.
Фото: murmansk.bezformata.com
Читайте нас: