+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июнь 2020, 18:00

Һынатмағыҙ!

Йәкшәмбелә йәш яҡташтарыбыҙҙың тәүге төркөмө — ДОСААФ-та водитель һөнәрен үҙләштергән егеттәр Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына юлланды

Быйылғы яҙ, пандемия менән бәйле, хәрби саҡырылышты ла айырыуса һаҡлыҡ саралары менән үткәрергә мәжбүр итте. Егеттәргә медицина тикшереүе үткәреү, әңгәмәләшеү ниндәй шарттарҙы уҙыуы хаҡында район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин бәйән итте.
— Армияла коронавирус йоҡтороу хәүефе ҙур, сөнки һалдаттар бер казармала йәшәй, дөйөм ашханала туҡлана һәм башҡа хәрби әҙерлек күнекмәләрендә күмәкләп ҡатнаша. COVID-19 вирусына тест һөҙөмтәләре раҫланмаған егеттәр генә Ҡораллы Көстәр сафына оҙатыла. Улар, хәрби часкә килгәс, ике аҙнаға карантинға урынлаштырыла, — ти Рөстәм Миңлеғәле улы. — Яҙғы саҡырылышта 90 яҡташыбыҙ армияға ебәрелә. Уларға тейешле тикшереүҙәр үткәреү өсөн хәрби комиссариат бөтә хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителде. Барыһы ла битлектә, бирсәткәләрҙә эшләне, ингән урында егеттәрҙең тән температураһы үлсәнде. Бинаның эсендә ике сәғәт һайын санитар таҙартыу ойошторолдо. Әрме сафына юлланасаҡ һәр яҡташыбыҙға ла шәхси һаҡлыҡ саралары бирелде, автобусҡа дезинфекция үткәрелде. Ата-әсәләр борсолмаһын, балалар хеҙмәт итеү урынына имен-һау барып етер.
Ә бына улдарығыҙҙы оҙатыу өсөн ҙур компания йыйып, комиссариат алдына килмәүегеҙ хәйерле. Бындай күмәк кеше араһында вирус йоҡтороу хәүефе арта икәнлеген онотмағыҙ һәм ошо талапты аңлап ҡабул итегеҙ.
Читайте нас: