+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2020, 11:45

Парад тағы күсерелде

Республикала 24 июнгә билдәләнгән Еңеү парады булмай.

24 июндә Мәскәүҙә Еңеү парады уҙғарылған көндә Өфөлә һәм Башҡортостанда парад һәм башҡа киң күләмле байрам саралары булмай. Был республикалағы эпидемиологик хәл менән бәйле. Һуғыш ветерандары өсөн ҡала-райондарҙа уларҙың йәшәгән урыны буйынса шәхси парадтар ойошторола, тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Радий Хәбиров Башҡортостанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм билдәләү буйынса төп саралар планына үҙгәрештәр индерҙе.
«Һуғыш ветерандары саҡырылған сараларҙы көҙ көнө үткәреү күҙаллана. Хәрби парадтар башлыса хәрби дан ҡалаларында уҙғарыла. 9 майҙа Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең йыллығы уңайынан Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ»он ҡаршы алыу тантанаһы ойошторолдо, уны Мәскәүҙән республикаға мәңгелек һаҡлауға килтерҙеләр», — тип белдерҙеләр Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәскәүҙә Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә була. Унда 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙыл майҙан буйлап 30 Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы үҙйөрөшлө артиллерия машинаһы, хәҙерге Рәсәй техникаһы, һәм, әлбиттә, яңы сығарылған техника үтә. Беҙҙе Парадтың һауалағы өлөшө лә көтә.
24 июнь Рәсәйҙә ил президенты указы менән ял тип иғлан ителде.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: