22 июнь — ил тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған көн. Тап ошо иртәлә немец илбаҫарҙары беҙҙең илгә һөжүм итә. Бөгөн аяуһыҙ һуғышта алышҡан яугирҙәрҙе оло ихтирам, ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ, уларҙың тиңһеҙ батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелискы янында тантаналы митинг уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов сараны асты:
— 1941 йылдың 22 июнь иртәһе лә ошолай ҡояшлы һәм тыныс булғандыр. Кешеләр бер ни һиҙмәй, үҙ мәшәҡәт-хәстәрлектәре менән булышҡандыр. Бөтә илде тетрәндергән шомло хәбәр совет халҡының тормошон аҫтын-өҫкә килтергәндер, — тине Илдар Таһир улы. — Еңеү яулау өсөн күпме ҡан ҡойорға, ҡорбандар бирергә тура килгән. Имен, матур тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белергә, еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың береһен дә оноторға тейеш түгелбеҙ.
— 27 милллион ҡорбан килтергән һуғыш 1418 көн дауам иткән. Һуғыштың тәүге көндәренән үк әбйәлилдәр ҙә фронтҡа киткән. Бөтәһе алты меңгә яҡын райондашыбыҙ ил өсөн яуға күтәрелгән, тине райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин. — Күптәргә әйләнеп ҡайтырға яҙмаһа ла, уларҙың ҡаһарманлыҡтары мәңгелек дан булып хәтерҙән сыҡмаясаҡ. Ата-олатайҙарҙың яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ.
Район Советы секретары Булат Исламбаев яу ҡырҙарында ғына түгел, тылда ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көнө-төнө фиҙаҡәр хеҙмәт итеүҙәрен, үҙҙәре ас-яланғас булыуға ҡарамаҫтан фронт өсөн аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ етештереүҙәрен әйтеп үтте. Ир-егеттәр урынына эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға, ҡарт-ҡоро ла еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.
Обелиск алдында бер минут тынлыҡтан һуң ап-аҡ мәрмәрташҡа ҡандай ҡыҙыл ҡәнәферҙәр ятты.
Иртәгә илебеҙҙең баш ҡалаһы — Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парад уҙасаҡ.
Оло тантанаға ҙур ҡунаҡтар көтөлә: Молдавия, Ҡаҙағстан, Абхазия, Көньяҡ Осетия, Сербия, Ҡырғыҙстан президенттары, башҡа илдәрҙең рәсми вәкилдәре киләсәк. Кремль алдынан тигеҙ сафтарҙа 14 меңдән ашыу хәрби, 220 берәмек техника уҙасаҡ. Ил халҡы легендар Т-34 танкыларының тотош батальонын (утыҙлаған берәмек) күрәсәк. Һуғыш йылдарындағы техника менән бер рәттән яңы хәрби техника өлгөләре лә буласаҡ. 9 Майҙа авиашоу булыуға ҡарамаҫтан, һауа парады ла уҙасаҡ. Зәңгәр күктә 55 самолет, 20 вертолет иңләйәсәк. Кискеһен Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы байрам салюты биреләсәк.