+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2020, 01:55

Был һорауҙар һәр кемде ҡыҙыҡһындыра

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләренә арналған онлайн-брифингыла халыҡты ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙар ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәтендә халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләренә арналған онлайн-брифинг үтте. Уны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үткәрҙе.
Шулай уҡ спикерҙар сифатында министр урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәнгәрәев, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге етәксеһе Николай Калмацкий ҡатнашты.
Халыҡты ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙар ҡаралды – эшһеҙлек шуларҙың иң көнүҙәк, мөһимдәренең береһе. Вице-премьерҙың әйтеүенсә, 23 июнгә эшһеҙ граждандар һаны йыл башынан 4,5 тапҡырға тиерлек артып, бөтәһе 81 083 кеше тәшкил иткән.
Республиканың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә 1 апрелдән алып эш менән тәьмин итеүҙә, эшһеҙ тип таныуҙа ярҙам һорап 87 меңдән ашыу ғариза килгән. 2020 йылдың 1 апреленән 70 634 граждан эшһеҙ тип танылған. Тимәк, эшһеҙ тип танылған граждандарҙың 35 проценты пандемия осоронда, предприятиелар ябылған мәлдә хеҙмәт урынын юғалтҡан. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 45 проценты йыл дауамында һәм йылдан ашыу эшләмәгән йәки рәсми эш урыны булмаған. Республикала 75 меңгә яҡын кеше эшһеҙлек буйынса пособие ала, 50 процентына пособие минималь күләмдә түләнә, 30 проценты – бәлиғ булмаған балалары булған эшһеҙҙәр.
1 марттан һуң эштән бушатылған 12 мең гражданға эшһеҙлек буйынса пособие, балаларын иҫәпкә алып, арттырылған күләмдә түләнгән. 20,3 мең кеше пособиены максималь күләмдә алған. Әлбиттә, төрлө аңлашылмаусанлыҡтар, һорауҙар булыуы ихтимал. Фәнүр Шәйхисламов уларҙың ҡайһы берәүҙәренә тулыраҡ яуап бирергә тырышты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас: