+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2020, 13:06

Поезда ташламалы сәйәхәт

Күп балалы ғаиләләр поезда ташламалы хаҡ менән сәйәхәт итә ала.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күп балалы ғаиләләр поезда ташламалы хаҡ менән сәйәхәт итә ала.
Улар өсөн билет алыуға егерме процент ташлама ҡаралған, тип хәбәр итә Башҡортостандың юл транспорт хужалығы буйынса дәүләт комитеты. Бындай тәҡдим менән, 31 авгусҡа тиклем алыҫ ара поездарҙың купе вагондарында йөрөүсе өс һәм күберәк балалы, бәләкәйенә 18 йәш тулмаған ғаиләләр файҙалана ала. Шулай уҡ, әгәр 5 йәшкә тиклемге бала айырым урын алмай икән, уның өсөн сәйәхәт бушлай, ә 5 йәштән 10 йәшкә тиклемгеләргә 35 процент ташлама ҡаралған.
Читайте нас: