25 июндән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үҙгәртеү буйынса тауыш биреү старт алды.
Һайлау участкалары асыҡ буласаҡ:
25- 29 июндә 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем,
1 июлдә 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем.
Төрлө сәбәптәр буйынса һайлауға килә алмаған, әммә тауыш бирергә теләгән граждандар өсөн өйҙә һайлау мөмкинлеге бар. 25 июндән башлап өйҙә тауыш бирергә була. Республиканың һайлау участкаларына 95 меңдән ашыу граждан ошондай ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ғаризалар 1 июлгә, 17 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк.
Республикала 3431 һайлау участкаһы эшләй.
Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше тауыш бирер тип көтөлә.