-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2020, 12:58

Яңы штраф индерелә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары яңы штраф индерергә планлаштыра.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары яңы штраф индерергә планлаштыра.
БР Ҡоролтайы сайты хәбәр итеүенсә, яҡын аралағы пленар ултырышта ҡайһы бер закондарға төҙәтмә индереү ҡараласаҡ.
Атап әйткәндә, яңылыҡ боҙҙан таҙартылмаған пандус һәм тупһаларға, тәгәрмәсе йыуылмаған бысраҡ автомобилдәргә ҡағыла. Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, һуңғыһы төбәктәге ҡала һәм ауылдарҙың санитар һәм эстетик торошона зыян килтерә.
Мәҫәлән, урамдарҙы бысратыусы йыуылмаған автомобиль водителе өсөн 500 һумдан бер мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 4 меңдән 7 меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн 20 меңдән 25 мең һумға тиклем штраф була.
Читайте нас: