+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2020, 11:25

Алдан тауыш биреү башланды

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, граждандарға тауыш биреү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирелгән.

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, граждандарға тауыш биреү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирелгән.
Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлдә уҙа, ул урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана һәм киске сәғәт 8-ҙә тамамлана. Шулай уҡ алты көн дауамында – 25-нән 30 июнгә тиклем – өйҙә йәки һайлау участкаһында алдан тауыш биреү мөмкинлеге бар. Был саралар һайлау участкаһында сират һәм халыҡ күпләп йыйылыуға юл ҡуймаясаҡ.
Асҡарҙағы 766-сы һайлау участкаһы ла был тәңгәлдә үҙ эшен башланы. Участка һайлау ағзаларынан торған төркөмдәр Айғырбатҡан, Тирмән ауылдарында һәм район үҙәгендә нигеҙҙә 65 йәштән үткән һайлаусыларҙың өйҙәрендә булды.
Хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү маҡсатында комиссия ағзалары махсус һаҡланыу кейемдәрендә йөрөнө, шулай уҡ ҡуйылған талаптарға ярашлы һайлаусыларға битлек, бирсәткә, ручка бирелде.
–Бер ваҡытта ла һайлауҙан ҡалғаным булманы, тәүгеләрҙән тауыш бирә инем. Быйыл мәкерле сир йоҡтороу хәүефе ҙур булғас, һайлауҙа ҡатнаша алмаҫмын тип борсолғайным, бына мин дә үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем, – тип шатлығы менән уртаҡлашты педагогик хеҙмәт ветераны Роза апай Ғилманова.
Читайте нас: