Урмансылар билдәләүенсә, урман культураларын һаҡлау һәм үҫтереүгә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн ерҙе үлән, ваҡ ағас-ҡыуаҡ ҡаплауына, унда дым йыйылыуына юл ҡуймау мөһим. Агротәрбиәләү тәбиғәт шарттарына, үҫентеләрҙең үҫеүенә ҡарап, миҙгеленә дүрт тапҡыр уҙғарыла. Йәш үҫентеләрҙе тәүге ике йылда ныҡлап ҡарарға кәрәк. Был сараларҙы ентекле үткәреү ағастарҙың нығынып, ерегеп китеүенә йоғонто яһай. Артабан агротехник тәрбиә саралары ҡый үләндәренең үҫеүенә ҡарап уҙғарыла.